

Бикҡол ауылының иң оло йәштәге кешеһе – Зәримә Халфина. Уның бөхтә йортонда һәр нәмә тәртип менән урынлаштырылған. Һуғыш осороноң бөтә ауырлығын үҙ иңдәрендә татыған 94 йәшлек теремек һәм уҡытыусыларға хас булғанса, һүҙсән ауыл ағинәйе менән сәй табыны артында үткәндәрҙе барлайбыҙ.
- Мин 1931 йылда Йәрмәкәй районының Усман-Ташлы ауылында туғыҙ балалы ғаиләлә өсөнсө бала булып тыуғанмын. Һуғыш башланғанда, миңә ун йәш ине. Хәтеремдә, Йәрмәкәйҙәге пионер лагерына саҡ килгәйнек, иртән йоҡонан уянһам, барыһы ла илаша, хәрби кейемдә булған ир-егеттәр икенсе көнөнә үк юҡ булды. Тәрбиәселәр беҙҙе урман-ҡырҙарға алып сығып, уйындар уйнатып әүрәтергә тырышты. Бер аҙҙан атайым килде, “һине һуғышҡа алып китәләр, мин һинән ҡалмайым” тип илайым. Ул мине йыуатты һәм тиҙ генә китмәйәсәгенә ышандырҙы, шунан мин лагерь сменаһы тамамланғас ҡына ҡайттым, - тип хәтирәләргә бирелә ул.
Һуғыш оҙаҡҡа һуҙыла .1943 йылдың көҙөндә ғаилә башлығы Фәтхлислам Рамазановты ла фронтҡа оҙаталар һәм уға ҡан ҡойғос Курс дуғаһындағы бәрелештәрҙә ҡатнашырға тура килә. Атаһы артынса педучилищела уҡыған оло улы Әхнәф тә дошман менән алышырға китә. Ул аяныслы йылдар күптәрҙе бик иртә балалыҡтан сығара. Зәримә алты туғаны, ағаһы һәм әсәһе менән ғәзиз кешеләрен көтөп ҡала. Уҡыуҙан тыш, уҡыусы балалар йәйгеһен баҫыуға сүп утарға, көҙөн иһә башаҡ йыйырға йөрөйҙәр. Тормош шарттары нисек кенә ауыр булмаһын, яҡшы уҡыу, яңы белемдәргә ынтылыу уҡытыусы hөнәрен һайлауға килтерә – Зәримә 1946 йылда Бәләбәй педагогия училищеһына юл тота.
- Уҡырға кергәндә, башҡа фәндәрҙән имтихандарҙы яҡшы билдәләренә тапшырһам дә, рус теленән “2”-ле булды. Директор мине саҡыртып, ғаилә хәлен һорашты, уҡырға алған хәлдә лә, стипендияһыҙ нисек уҡырһың һуң, тине. Белем алырға теләгем көслө ине, көн-төн тырышып уҡыным, дәрестәрҙән һуң минең менән шөғөлләнгән рус теле уҡытыусыһы Рябова Марина Ивановнаны әле лә хөрмәт менән иҫкә алам. Уҡыуҙан тыш, беҙ, ҡыҙҙар, һалдаттар өсөн өс бармаҡлы бирсәткәләр, ойоҡбаштар бәйләнек, малайҙар утын әҙерләй торғайны. Уҡыған осорҙа педучилищела госпиталь урынлашты, ә беҙҙе Дмитриевка ауылына күсерҙеләр,- тип хәтирәләргә бирелә әңгәмәсем. - Әлбиттә, сит ерҙә уҡыу еңел бирелмәне, аяҡта сабата булды, ямғырҙа ла, буранда ла 50 саҡырым араны йәйәүләп, аҙналыҡ аҙыҡты йөкмәп йөрөп уҡыныҡ. Таныш апайҙа фатирҙа торҙом, үҙе сменалы эштә йөрөнө, мин балаларын ҡараштым, йорт эштәрендә ярҙамлаштым, ана шулай бер-беребеҙгә терәк булып йәшәнек.
Бик күп кәртәләр аша үтеп, ныҡышмалылыҡ менән ҡулына диплом алған Зәримә Рамазанова 1948 йылда Исламбахты урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Уның менән училищела бергә уҡыған өс иптәш ҡыҙы ла эшкә килә. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар бында ла үҙен һиҙҙерә: ҡышҡыһын мәктәптә һыуыҡ, уҡыусылар күбеһенсә өҫ кейемендә ултыра, һуғылған тиҙәк яғып йылытылған кластарҙа ҡара һауыттары туңа. Уҡытыусыларға айлыҡ эш хаҡы өсөн бер бот (16 кг) он бирелә.
Мәктәп тормошонда ҡайнап, ике йыл һиҙелмәй ҙә үтә. Уҡытыусы ҡыҙға Исламбахтыға дуҫы янына килгән ҡунаҡ егеттең - буласаҡ тормош иптәше Мулланурҙың күҙе төшә.
- Комбайнсыға барһам, тамағым икмәккә туйыр, тип уйланым да, ризалаштым, - тип йылмая Зәримә-апа. – Мин килгәндә, Бикҡолда ете йыллыҡ мәктәп ине. Башта иҫке бинала эшләнек: кластар бәләкәй, балалар ишле ваҡыт, парталар ишек төбөнә ҡәҙәр теҙелә торғайны. Мин башланғыс кластарҙы ҡабул итеп алдым, бер бүлмәлә ике класс уҡыны, береһендә - мин, икенсеһендә Менәүәрә Әсфәндиәрова дәрестәр алып барҙы. Мәктәп директоры Әхмәр Ғәзиз улы Ғәлимов бик яуаплы кеше ине, шунан Хәсән һәм Гөлсөм Толомбаевтар килгәс, ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр күп булды. Бер аҙҙан колхоз председателе Вәрис Әхиәр улының тырышлығы менән яңы башланғыс мәктәп һалынды һәм беҙ унда кинәнеп эшләнек. Әлбиттә, элек уҡытыусылар агитатор ҙа, докладсы ла булды, баҫыуға йәки фермаға барып, балалар менән йыш ҡына концерт ҡуя инек, - тип иҫкә ала 36 йыллыҡ педагогик хеҙмәт стажына эйә булған ветеран-уҡытыусы.
Бер нисә быуын балалар уҡытҡан педагогтың тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһалана – эшендәге юғары күрһәткестәре өсөн ул «РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы» исеменә лайыҡ була.
Зәримә Фәтхлислам ҡыҙының был ауылға килен булып төшөүенә 73 йыл ғүмер үткән. Ире Мулланур Халфин колхозда комбайнсы, һуңынан газовик булып эшләй, шулай уҡ ул йәмәғәт тормошондә актив ҡатнаша, 22 йыл профсоюз ойошмаһын етәкләй.
- Беҙ тормош иптәшем менән 55 йыл бергә йәшәнек. Икебеҙ ҙә уҡырға яраттыҡ, өйөбөҙгә ҡосағы менән гәзит-журналдар килә ине. Олы йәштә булһам да, әле лә район гәзитенә яҙылмайынса ҡалмайым. Беҙ өс бала үҫтерҙек: оло улым Илгиз хәҙер хаҡлы ялда инде, икенсе улыбыҙ Наркиз башта авиационный техникумда, артабан автотранспорт институтын тамамланы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул 35 йәшендә генә мәрхүм булып ҡуйҙы. 42 йәшемдә ҡыҙым Иринаны таптым, уны аяҡҡа баҫтырғансы йәшәһәм ине тип теләй торғайным, хәҙер үҙем уның ярҙамын тоям. Бөгөнгө көндә ул Бишбүләк үҙәк дауаханаһында эшләй.
Ғүмер көҙөндә лә һәр көндән йәм табып йәшәүсе Зәримә Фәтхлислам ҡыҙы илдә һәм донъяла барған хәл-ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһына, намаҙ уҡый, хәленән килгәнсә, баҡсаһында емеш-еләк үҫтерә. Балалары ла өлкән йәштәге әсәйҙәрен яңғыҙ итмәй: әле береһе, әле икенсеһе килеп, хәлен белешеп, тормошона йәм өҫтәп, ярҙам итеп торалар.
- Хәҙер донъялар йәшәп туймаҫлыҡ. Өҫтәл тулы ризыҡ, йылы өйҙәрҙә йәшәйбеҙ, ә балаларҙың бала сағы – бәхетле, – ти һуғыш йылы балаһы һәм хеҙмәт ветераны.
Бына шулай, оло йәшкә етеп, иҫәнлектә, балаларының һәм ейән-ейәнсәрҙәренең ихтирамын тойоп, һигеҙ бүлә-бүләсәренең нисек үҫеүен күрә алыуына һөйөнөп ғүмер кисерә 95 йәшенә табан атлаусы Зәримә Фәтхлислам ҡыҙы!
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотоһы.