Мансаф ҡабаланмай ғына өҫтөн алмаштырҙы; күлдәк-салбарын тәҫләп элде. Йоҡа футболка менән трико кейеп бөтөүгә генә ишек асылды, ҡарасман егет күренде. Ул да япа-яңғыҙ барырына өмөтләнгәйнеме, әллә үҙенең холоҡ-фиғеле шундаймы – ҡалын ҡаштары аҫтында йылтыраған ҡап-ҡара күҙҙәренең осло уҡтарын Мансафҡа ҡаҙап алды ла теләр-теләмәҫ кенә сәләмләне:
– Здрасте!
– Һаумыһығыҙ! Мансаф егеттең үҙ милләтенән икәнен самалап, башҡортса яуапланы. Кемлеген белергә тимтәлеп, һиҙҙермәй генә юлдашының һәр хәрәкәтен күҙәтте.
Егет юл сумкаһын өҫкө кәштәгә ырғытты, сөм ҡара костюмының кеҫәһенән ҡулъяулыҡ алып маңлайын, сикәләрен һөрттө, күлдәгенең өҫкө һиҙәбен ысҡындырып ебәрҙе.
«Кейәү егетеләй кейенгән, оҙон юлға сыҡҡанға оҡшамай. Улай тиһәң, билетын купеға алған. Ярай, һуңғараҡ асыҡланыр әле. Бик көйөнгән шикелле, тынысланһын». Мансаф Мансур улы сәфәрҙәше иркенләнһен тип, папирос менән зажигалка алып коридорға сыҡты. Сәғәтенә күҙ һалды – поезд ҡуҙғалырға биш минут ҡалғайны. Ул платформаға төштө, папирос тоҡандырҙы. Ҡапыл перрон буйлап килгән ҡыҙҙы күрҙе. Урта буйлы, ун ете-ун һигеҙ йәштәрҙәге ҡыҙ ыҡсым кәүҙәһенә килешеп торған оҙон итәкле зәңгәрһыу күлдәк кейгән, муйынына бәйләнгән аҡ ебәк шарфы еләҫ елгә аҡсарлаҡ ҡанаты кеүек елберләй. Артҡа тараған ҡара сәстәре диңгеҙ тулҡынына оҡшап сайҡала. Үҙен күҙәткәнде ҡыҙ абайламаны, тәҙрәләргә диҡҡәт менән ҡарай-ҡарай, Мансаф эргәһенән үтеп китте.
Купеға инһә, ҡарасман егет бая нисек тороп ҡалған, һаман шулай ултыра. Ул арала поезд ҡуҙғалды. Мансаф юлайҡан алған гәзитенә текәлгән булды. Күпме тырышһа ла гәзит юлдарын күрмәне, ҡыйып баҡҡыһыҙ ҡыҙ күҙ алдына килә лә баҫа. Ҡара сәсле ҡыҙҙы һары сәсле берәүгә оҡшатҡайны. Инде алтмышын артмаҡлаған Мансафтың күңелендәге күптәнге яра яңынан ҡуҙғалды, тырпай ташҡа һуғылғандай әрнегән йөрәген усы менән ыуырға тотондо, һулҡылдаған сикәләрен ҡул һырты менән һынырҙы. Уның хәле хөрт икәнен егет күреп ултыралыр кеүек. Әммә уныһы һаман ҡаҡҡан ҡаҙаҡтай ҡымшанмай барыуын белде. Ишек туҡылдауы ғына уларҙы ошо халәттән айнытып ебәрҙе.
Проводница уларҙың билеттарын, паспорттарын алып бер юлсыларға, бер документтарҙағы фотоларға алмаш-тилмәш күҙ ташлағас, хәйерле сәфәр теләп, сығып китте. Шунан егет йөрөштөрөп килде: бит-ҡулдарын йыуған, һытыҡ сырайы бигүк яҡтырмаһа ла тыныслана төшкәне һиҙелә. Еүеш сәсен етеҙ генә тарап алды ла, йәмрәйгән йөҙөн йәшерергә теләгәндәй, тәҙрәгә ҡапланды.
Шып-шым ултырыуҙы Мансаф килештермәне, һүҙ башланы:
– Танышайыҡ, ҡустым, мин Мансаф ағай булам!
– Рәфис... – Быныһы, ағай кешенен һүҙ башлауына эсе бошҡандай, теләр-теләмәҫ кенә исемен әйтте лә йәнә шымтайҙы.
Һүҙ ялғанманы, һәр кем үҙенең уй-кисерештәренә батгы. Әммә былай килеү Мансафты тамам ялҡытты, тыныслыҡты тағы боҙорға булды:
– Әллә ресторанға барып киләбеҙме?
– Мин, абзый, өҫтәл артынан ғына...
– Аппетит ашағанда килә, тиҙәрме әле? Әйҙә, ҡустым, һөйләшеп ултырайыҡ, оҙон юл ҡыҫҡарыр. Үҙем һыйлайым. – Мансаф һаман ҡыҫтаны.
Егет һүҙ оҙайтманы, һәлмәк кенә атлап ишеккә йүнәлде.
Вагон-ресторанда балта элерлек тәмәке төтөнө, тын-сыу, эҫе.
Һәр өҫтәлдә торған елпеүестәр бер туҡтауһыҙ зырлап өйөрөлһә лә, һауаны сафландырырға өлгөрмәй.
Уларҙы күргәс официантка ирендәрен бөрөштөрҙө:
– Барыһы ла әрһеҙ себен кеүек ябырыла. Нимәһенә ҡыҙығып ошонда килеп тулаларҙыр? Урын юҡ! – Ҡатын дарҫ-дорҫ баҫып ары атланы.
– Һыу, ҡапҡыларға берәй нәмә алайыҡ та ҡайтайыҡ! – тине Мансаф.
– Һыу ғына алайыҡ, әсәйем сумкаға ризыҡ һалғайны. Рәфис тә бынан тиҙерәк тайыу яғын ҡараны. Икеһенә бер шешә минераль һыу тотоп, купеға ҡайттылар.
– Минең әсәйем мул ҡуллы ул: бына ни ҡәҙәре ашамлыҡ тултырған! – Рәфис ғәжәпләнеп тә, ҡыуанып та һөйләнде. – Ә беҙ ресторанда һәптәндәйбеҙ. Хәҙер үк ашарға кәрәк быларҙы: эҫелә тауыҡ тиҙ боҙола, ҡаймаҡ та әсей.
Тауыҡ итен ботарлап, күпереп бешкән әпәкәйҙе телеп, өҫтәлгә һалғас, бер генә ҡуллана торған көрөшкәләргә һыу ҡойоп ултыртҡас, бынамын тигән күркәм табын булды ла ҡуйҙы.
– Минең туғандар ҙа күстәнәс һалғайны. Сәк-сәктең балы ирегән икән, тарала башлаған. Әллә «аҡбаш»ты асайыҡмы, кәйеф күтәрелер ине. – Мансаф та йәһәтләп сумкаһына тығылды. – Башҡортостан күстәнәсе тип «Шүлгәнташ» бәлзәме менән «Алтын быуат» алғайным. Затлы эсемлек күрһә Михаил бажамдың ауыҙы шапылдап тора.
– Эскесеме?
– Дуҫыңдың кемлеген әйт, мин һинең кемлегеңде әйтермен, тиҙәр. Эскән бәндәгә оҡшайыммы?
– Юҡсы... былай ғына... – Рәфис уйламай һөйләгәненә уңайһыҙланды, һүҙен йәһәтерәк икенсегә борҙо.
– Ә ҡайҙа бараһығыҙ?
– Өфөгә. Унан Свердловск – Симферополь поезына күсеп ултырам. Артабан Севастополгә тиклем автобус менән барырға кәрәк. Севастополдә йәшәйем.
– Севастополдә? Ә үҙегеҙ башҡорт...
– Башҡорттоң йәшәмәгән ере бармы? Севастополь дә беҙҙеке ине СССР дәүерендә. Үҙең ҡайҙа тиклем?
Мин дә Өфөлә төшәм. Абзый, бынау эҫелә эсеп тә булмай, күңел дә тартмай. Күстәнәсегеҙ теүәл барып етһен. Ә кәйефкә килгәндә... уны «Алтын быуат» ҡына күтәрерлек түгел... – Рәфис алдындағы ризыҡҡа һонолманы, тәҙрәгә ҡарап, ниҙер уйлап килде-килде лә, ҡайҙа ултырғанын да оноттомо, устарын тубығына шапылдатып һуҡты. – Оятһыҙҙар! Хыянатсылар! Абзый, аптырамағыҙ, дуҫым менән һөйгән ҡыҙымды әрләйем. Ул дуҫҡа ышанған мин йүләр! Ә тегеһенә ниндәй һүҙ табырға? һөйрәлсек! Эйе, эйе, ул, тимәк, киләсәктә шлюха буласаҡ! Теләһә кемгә тағыласаҡ, кем саҡырһа – шуға эйәрәсәк. Бына дуҫыңа, һөйгәнеңә ышан! Икеһе лә хыянатсы! Рәфистең танау киңшереге дерелдәне, алдындағы ризыҡты ситкәрәк этеп, һыу эсте лә йәнә тәҙрәгә текәлде.
Мансафҡа уның һүҙҙәре ауыр тәьҫир итте. Ул да тәҙрәгә баҡты: һыртын ҡабартҡан ҡырыҫ януарҙай артҡа «йүгергән» күкһел тауҙар, хәтфә туғайҙар шау сәскәле болондар менән алмашынды. Эреле-ваҡлы күбәләр күренеп ҡалды, бесән йыйыусылар, кәбән ҡойоусылар күҙгә салынды. Йәшел шәлдәрен ябынып, оялыпмы, уйланыпмы баштарын аҫҡа эйгән һомғол ҡайындар, хәрбиҙәр кеүек текә баҫҡан төп-төҙ шыршы-ҡарағайҙар саҡрымдарҙы һананы. Тәбиғәттең ғәжәйеп гүзәллеге күңел төпкөлөндәге борсолоуҙы баҫа төштө, Мансаф тағы һүҙ башланы:
– Хыянат итеүҙәре хаҡмы, ҡустым? Яңылышмайһыңмы? Тормошта төрлөһө була, һөйгәнеңде нахаҡтан рәнйетмәнеңме? Кеше һүҙе кеше үлтерә...
– Берәү ҙә бер ни һөйләмәне, үҙ күҙҙәрем менән күрҙем.
– Шулаймы? – Мансаф башҡа һүҙ тапманы.
Шулай, абзый. Осрашҡан һайын Рәҡиптең ике күҙе минең Йәмиләлә булды. Йыр сығарһынмы, таҡмаҡлап ебәрһенме – килештерә. Теленә ни килә, шуны таҡмаҡлай:
Эй, һылыу Йәмилә,
Көндә күрәһем килә.
Эй, сибәр Йәмилә,
Күңел тартыла һиңә!
Ә тегеһе ошо йүнһеҙ таҡмаҡҡа туфли үксәләрен һындырырлыҡ итеп тыпырлатып бейей. Маймыл! Ә бөгөн Йәмиләнең тыуған көнө. Дүрт-биш пар ҡунаҡҡа йыйылдыҡ. Рәҡиптең дуҫлашҡан ҡыҙы Магниттан ҡайтып өлгөрмәне, һаман минең Йәмилә янында урала. Егеттәр менән ихатала тәмәке тартып керһәм, музыка уйнай, икәүҙән-икәү генә танцевать итә былар. Рәҡип Йәмиләгә ниҙер шыбырлай, тегеһе хихылдай. Шиҡандаҡты мөйөшкә ҡыҫырыҡлап үпте лә шикелле... Шунан мин табынды ташлап сыҡтым да киттем, ярты сәғәттән вокзалда инем. Өфөлә ағайым МВД-ла эшләй, табыр әле миңә берәй эш. Ә былай агроном мин, ауыл хужалығы университетын тамамланым. Төкөрҙөм барыһына ла! Әйҙә, өйләнешһендәр. Рәфис, үпкәләгән бала һымаҡ, ирендәрен турһайтты.
– Үпте лә шикелле... «Шикелле» генә бит әле, ҡустым. Көнләшһәң, юҡты ла күрәһең ул...
– Үҙегеҙ татымағас, ышанмайһығыҙ, хатта һеҙгә көлкөлөр ҙә. Кеше хәлен кеше беләме...
Мансаф шул арала бөтөнләй икенсе кешегә әүерелде: сырайы ағарҙы, ирендәрен ҡымтып, алдындағы гәзиткә текәлде. Күҙ менән ҡаш араһында үҙгәргән Мансафҡа һүҙ ҡушырға ҡыймаған Рәфис тә шымтайҙы.
Егеттең үҙенә баҙнатһыҙ ғына ҡарап-ҡарап алыуын шәйләнеме, әллә уйҙарын барлап бөттөмө, Мансаф гәзитен ситкә ҡуйҙы, һүрән генә йылмайҙы ла тәҫләп эленгән костюмына үрелде, түш кеҫәһенән йылтыр портсигар алды, сыртлатып асып ебәрҙе. Портсигарға эске яҡтан беркетелгән фотоһүрәтте егеткә һондо. Ғәжәпләнгән Рәфис фотоға текләне: сәсен берҙән үреп алға һалған түңәрәк йөҙлө ҡыҙ көлөмһөрәп ҡарай. Фотоһүрәт күптәнге: һарғайған, туҙа ла төшкән.
– Ҡатынығыҙмы? – Рәфис ҡыҙыҡһынып ҡарауын дауам итте.
– Ҡатыным... эйе, йәмәғәтем ине... – Мансаф фотоһүрәтте һаҡлыҡ менән ҡулына алды ла портсигарға урынлаштырҙы, ҡәҙерләп кенә кеҫәһенә кире һалғас, һүҙен дауам итте. – Таңсулпан уның исеме. Ғүмерлек һағышым, мәңгелек үкенесем...
– Апай әллә вафат булдымы?
– Юғалттым...
– Юғалттығыҙ? Ҡайҙа? Ҡасан?
– Йәшһең, ҡустым, сабырлығың самалы. Иң ҡурҡынысы – шикселһең, һинең кеүек саҡта мин дә шиксел, ҡыҙыу инем, һөйгәнемдең мөхәббәтенә ышанманым. Яндырайлығым арҡаһында яҡты яҙмышымдан яҙлыҡтым.
Таңсулпан менән бергә уйнап үҫтек, күршеләр инек. Ата-әсәһе егәрле, татыу, һәйбәт кешеләр, беҙҙең ғаилә лә абруйлы. – Мансаф хәбәрен алыҫтан башланы ла, үткәндәрен байҡанымы, бер килке һүҙһеҙ ултырҙы. Мәле менән өҙөлөп-өҙөлөп киткән тауышын йылдар буйы йөрәгендә һаҡлаған, ете йоҙаҡҡа бикләгән ҡәҙерле сер йомғағын һүтергә йыйыныуын Рәфис аңланы, тын алырға ла ҡурҡып, һағайып та, ҡыҙыҡһынып та уның һүҙ башлауын көтгө. Мансаф хәбәрен яй ғына дауам итте. – Татыу күршеләр инек. Минән өс-дүрт йәшкә бәләкәй Таңсулпанды күргән һайын ҡанаты нығынмаған һап-һары бәпкәгә оҡшата торғайным. Бәпкә йөндәре кеүек йомшаҡ һары сәсле ҡыҙыҡайҙы ҡатыраҡ иҫкән ел бына-бына осороп алып китер һымаҡ. Ҡаҡса ғына, терһәктәре тырпайып торған Таңсулпанды ҡурсып, малайҙар менән сәкәләшкән саҡтар аҙ булманы.
Совет Армияһына алынғанда, ул етенсе синыфҡа төшкәйне.
Бала саҡтан диңгеҙ ене ҡағылғайны миңә. Ниндәй тойғолор ул – бер Хоҙай ғына белә. Һағынам бит диңгеҙҙе: хатта тулҡындар тауышын ишетәм һымаҡ. Ә үҙемдең диңгеҙ түгел, ҙурыраҡ күл күргәнем юҡ. Йәй ҡоро килгән йылдарҙа йылғабыҙ тауыҡ кисеп сығырлыҡ инеш ҡәҙәре генә ҡала. «Элекке ғүмереңдә диңгеҙ пираты булманыңмы икән?» – тип көлә атайым. Нәҡ шул осорҙа, 1961 йылда, Гагарин йыһан гиҙеп ҡайтты. Синыфташ малайҙар йыһан менән һаташа, космонавт булырға хыяллана, ә миңә диңгеҙ кәрәк!
Хәрби комиссариатта флотҡа ебәреүҙәрен һораным. Бәхеткә, буйым да, һаулығым да комиссия талаптарына тура килде, бер һүҙһеҙ флотҡа алдылар. Ҡайҙа тиһең?
Ҡара диңгеҙ флотына! Тик шуныһына эс бошто: хәрби флотҡа түгел, сауҙа флотына эләктем. Ул саҡта патриотик рухтың көслө сағы: хәрби карапта, һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеү ине хыялым. Уныһын үҙең хәл итмәйһең шул: бәхәсләшеп булмай. Сауҙа караптары ла диңгеҙ айҡай, тип уйлайым.
Хеҙмәт срогы тулғас та, флотта ҡалырға ҡарар иттем. Пландарымды атай-әсәйемә яҙғайным, улар ҙа ризалашты. Шуға ла отпускымды алдым да ҡайтып төштөм тыуған ауылыма.
Таң ҡалдым мин Таңсулпанды күргәс: һары бәпкә кеүек сибек кенә ҡыҙыҡай бына-бына асылырға әҙер гөл бәбәгенә әүерелгәйне. Ағай тип ихлас күреште. Унынсы синыфты тамамлаусылар сығарылыш кисәһенә әҙерләнеп йөрөйҙәр. Ул саҡта шулай ине: хеҙмәттән ҡайтҡан кешегә иғтибар ҙур, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәләр. Ошо мәктәптә уҡығанмын, аҙыраҡ гармунда ла уйнаған булам, хәҙер флотта хеҙмәт итәм, өлкән лейтенант дәрәжәһенә еткәнмен. Мәктәп директоры үҙе килеп саҡырҙы кисәгә. Гражданский кейемем юҡ (армияға тиклемгеләре һыймай), тантанаға хәрби формала барҙым. Бөтәһенең күҙе миндә. Уңайһыҙ ҙа, ғорурлыҡ та бар: Башҡортостандың төпкөл ауылынан сыҡҡан бер ябай егет Ҡара диңгеҙ гиҙһен, герой ҡала Севастополдә йәшәһен, сит илдәрҙе күрһен әле.
Ул ваҡытта эске тигән насар ғәҙәт юҡ. Таң атҡансы бейенек, йырланыҡ, төрлө уйындар уйнаныҡ. Беҙ таралышҡанда көтөү ҡыуалар ине.
Тиҫтерҙәре араһында тәбиғилеге, етдилеге, һылыулығы менән ныҡ айырыла Таңсулпан. Шул йылдарҙа ҡыҙҙар сығарылыш кисәләрендә аҡ күлдәк кейеүҙе модаға кереткәйне. Таңсулпан да зифа кәүҙәһенә килешеп торған киң итәкле ап-аҡ күлдәк кейгән. Башын саҡ ҡына сөйә биреп бейеүе, көйәҙ генә атлап йөрөүе күл өҫтөнән йөҙөп килгән аҡҡошто хәтерләтә. Була икән донъяла шундай күрмәлекле зат: һәр хәрәкәте, һөйләшеүе, көлөүе – бөтәһе лә килешле, күркәм. Таңсулпанға мөкиббән ғашиҡ булғайным. Әммә ни эшләргә? Теүәл бер аҙнанан хеҙмәтемә китергә! Уны тағы ҡасан күрермен? Кеше холҡона диңгеҙҙең тәьҫире көслө. Мин тәүәкәлләнем. Йоҡо ҡайғыһы китге ярһығанмын. Таңсулпандың аҙыраҡ ял итеүен көтөп йөрөнөм дә күршеләргә керҙем. Мин ҡайтҡан көндө үк ҡыҙҙың ата-әсәһе менән күрешкәйнек, килгәнемә ғәжәпләнмәнеләр. «Таңсулпан менән һөйләшергә кәрәк ине», тип тураһын әйттем. Ни уйлағандарҙыр, әммә шунда уҡ ҡыҙҙарын уяттылар. Мин үҙемә аптыраным, Рәфис ҡустым, шул арала Таңсулпанды һағынырға өлгөргәйнем. Күкрәгемә ҡыҫып-ҡыҫып һөйгөм килде, тик кисерештәремде һиҙҙермәҫкә тырышҡан булам. Бына шулай ҡара-ҡаршы ултырҙыҡ.
– Таңсулпан, тинем, бер аҙнанан юлға сығам, беләһең. Мин һине бик яратам. Күңелем һиҙеп тора: һин дә миңә битараф түгелһең. Өйләнешәйек, алып китәм. Атай-әсәйҙәрҙән фатиха һорайыҡ. – Хәбәрем хәрбиҙәрсә – теүәл, ҡыҫҡа. Мөхәббәт мәсьәләһенә ҡағылған булмағас, ҡыҙҙар менән нисек һөйләшергә лә белмәйем, дөрөҫөн әйткәндә.
Өндәшмәне. Әле лә күҙ алдымда: йоҡа ғына ҡолаҡ япраҡтары ҡып-ҡыҙыл булды. Зәңгәр күҙҙәрен тултырып бер ҡараны ла ҡарашын йәшерҙе. Ултырабыҙ шулай, ҡыҙ һаман ләм-мим.
– Мансаф ағай, мин мединститутҡа әҙерләнәм, – тине бер аҙҙан.
Ҡурҡҡаным алдыма килде: ниңәлер нәҡ ошондай яуап ишетер кеүек инем. Аптырап ҡалдым: Севастополдә ниндәй уҡыу йорттары барлығын да белмәйем. Бармы ул, юҡмы медицина буйынса берәй уҡыу йорто...
– Минең дуҫым Михаил Кучманың ҡатыны Оксана педагог. – Мансаф, Рәфистең йылмайыуын күргәс, көлөмһөрәне лә өҫтәп ҡуйҙы. – Украиндарҙа Кучма фамилияһы йыш осрай, хәҙерге президенттарының нәҫел-нәсәбе түгел. Шулай, мин әйтәм, Оксана ла эшләмәй. Ғөмүмән, офицер ҡатындары хөкүмәткә тир түкмәй.
Күҙ ҡараштарынан мине лә оҡшатыуын күреп-һиҙеп ултырам инде. Ике ут араһында...
Ҡыҫҡаһы, ике көндән ҡыҙ ризалыҡ бирҙе. Ҡыҙҙары риза булғас, ата-әсәһен күндереүе лә ҡыйын булманы. Ул заманда никах уҡытыу иҫкелек ҡалдығы һаналһа ла, минекеләр муллаһын да тапты, бигүк шауламай ғына никах мәжлесен дә үткәрҙеләр. Таңсулпанға ун ете генә йәш, ауыл советында никахыбыҙҙы рәсми теркәмәнеләр. Бер йылдан, кәләшемдең ун һигеҙе тулғас, ҡайтырбыҙ, ЗАГС-ҡа барырбыҙ, туй яһарбыҙ, тип уйланыҡ.
Шулай итеп, Севастополгә юлландыҡ. Казармаға аяҡ та баҫманым, тура Михаил менән Оксанаға төштөк. Ғаиләле булғас, айырым йәшәргә кәрәк бит инде. Михаил ихлас ярҙам итте: үҙҙәренә яҡын ғына квартира табып бирҙе. Фатирыбыҙҙы хәлебеҙсә йыһазландырҙыҡ. Шуныһы иҫтә: «Яңы өйләнешкән кешеләрҙең карауаты киң дә, ныҡ та булырға тейеш», – тип мәрәкәләй Михаил. Кәләшемде оялтып, күҙ ҡыҫа. Яңы өйләнешкәндәргә тейеш тигән булып, отпускыма өс көн өҫтәгәйнеләр. Таңсулпанды ҡала менән таныштырҙым. Күкрәктәрендә орден-миҙалдары сыңлаған, уҡалы погондары ялтыраған капитандар, флот офицерҙары һәм йәш моряктар менән урам тулы. Севастополдә һәр урам, һәр ҡалҡыулыҡ, һәр йорт, тигәндәй, Бөйөк Ватан һуғышы ҡомартҡыһы. Сапун тауға алып барҙым. Совет Армияһы Сапунды фашистарҙан 1944 йылдың 7 майында азат иткән. Бомба төшмәгән ер юҡлығына Таңсулпан сикһеҙ аптыраны. «Севастополь һуғышы» панорамаһын, яңыраҡ асылған «Сапун тауҙы штурмлау» тигән диараманы күрһәттем. Хатта Херсон харабаларын барып ҡарарға ла өлгөрҙөк.
Беҙҙең миләш, балан ҡыуаҡтары оҙонлоғонда үҫкән раузалар, муйылға тартым каштан сәскәләре бигерәк оҡшаны Таңсулпанса. Йөҙөм тәлгәштәренә һоҡланды. Ә бына Ҡара диңгеҙ ярына алып барғас, кәләшем ҡапыл һағайҙы, хафаланып миңә һыйынды.
Аҡсарлаҡтар ниңә шул ҡәҙәре сар-сор килә? Уф-ф, яраланған кеүек, асырғанып ҡысҡырыуҙарына йөрәгем әллә нишләй... Шомло булып китте... Әйҙә, йәһәтерәк китәйек бынан, – тине.
Мин дә һағайҙым. Нисә йыл хеҙмәт итеп, аҡсарлаҡтарҙың тауышына иғтибар итмәгәнмен икән: ысынлап та, бик үҙенсәлекле икән шул ҡысҡырыуҙары. Оҙон суҡыштарына балыҡ ҡыҫтырған көйө лә сарылдауҙан туҡтамайҙар һымаҡ.
Рейсҡа сығырға ваҡыт етте. Өс ай миңә өс йылдай тойолдо: ҡатынымды һағындым. Ул да мине зар-интизар көтөп алды. Ҡыҫҡаһы, беҙ бик бәхетле инек. Таңсулпанымды ҡурсаҡтай кейендерҙем. Ни тиһәң дә, һуғыш ғәрәсәте ҡағылмаған бай илдәрҙә булырға тура килә. Дөрөҫ, ҡалалар буйлап иркенләп йөрөргә рөхсәт юҡ, ваҡыт та ҡалмай. Әммә һанаулы сәғәттә лә ҡатыныма зиннәтле бүләктәр алырға өлгөрә инем. Сит ил әйберҙәре затлыраҡ ине шул. Оксана ла заказдар бирә.
Был ваҡытта капитан-лейтенант Михаил әмәлен табып, сауҙа карабынан хәрби карапҡа күскәйне. Минең күҙ ҡыҙа, ни тиһәң дә, хәрби карапта хеҙмәт итеү өҫтөнөрәк һанала. Сауҙа карабында бергә булғанда, Михаилға бөтә серҙәремде һөйләй инем. Хәҙер һирәк осрашабыҙ: мин сәфәрҙән ҡайтҡанда йә ул өйҙә булмай, йә, киреһенсә. Шулай ҙа бер ваҡыт икебеҙ ҙә аллы-артлы ҡайтып керҙек. Осрашыу хөрмәтенә Кучмаларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Былай ҙа йомро кәүҙәле Оксананың тағы ла тулыланып киткәнен шәйләнем. Баҡһаң, улар бәпәй көтә икән. Шул айҡанлы Михаил отпуск алырға йыйына ине.
Михаил кремплин костюмда, зәңгәрһыу ерлектә ҡуйы зәңгәр һыҙыҡлы галстук таҡҡан. Күҙ төштө бит шул галстукка! Әллә нисә төрлөһө үҙемдә лә бар, тик ошо галстук күҙҙе ҡыҙҙырҙы. Түҙмәнем, дуҫымдан алып, муйыныма бәйләп, көҙгөнән ҡараным. Ике көндән аҙыҡ-түлек, сөсө һыу алып, йөк тейәп сәфәр сығып киттем. Шулай тура килде, ун көнгә алдараҡ әйләнеп ҡайттым. Ғәҙәттә, Таңсулпан күҙ ҙә ҡаш көтөп ала.
Ҡасан ҡайтырымды белгәндә, пристангә ҡаршыларға төшә. Ә был юлы ҡайтыуымды белмәй. Уны аптыратайым әле, тим. Причалға еткәс, якорь ташлауҙары, трап нығытыуҙары йылдай тойолдо. Мин Таңсулпаныма остом. Асҡысым менән ишекте астым. Ваннала һыу шаптырлай. Ҡурҡмаһын тип, тамаҡ ҡырам. Алһыу йөнтәҫ халатын кейеп, еүеш сәсен таҫтамал менән ураған кәләшем килеп сыҡты, ҡосағыма ташланды. Шатлыҡтан саҡ айныныҡ. Ул кухняға йүнәлде, мин йоҡо бүлмәһенә. Таңсулпан өҫтәл әҙерләгәнсе, әйберҙәремде алып, йыуынырға ниәт. Карауат йыйыштырылмаған, иртә бит әле. Кинәт, башыма тондорҙолармы ни: мендәр өҫтөндә зәңгәр галстук ята! Михаилдың галстугы... Йөрәгемә мең хәнйәр ҡаҙалды... Башҡа һыймаҫлыҡ, аң етмәҫлек хәл ине был. Күҙҙәремә ышанмайынса, галстукты тотоп ҡараным, кире һалдым. Кухняға сыҡтым.
– Дуҫтар ни хәлдә? – тип һорарға көс таптым.
– Улдары тыуҙы бит! Бер аҙналыҡ булды инде. Михайло бөгөн алып ҡайтырға тейеш! Оксананың хәле лә бик һәйбәт.
Ҡара һин уны, бөтәһен дә белә! Белмәй ни, ҡосағында ятҡас! Оксанаға оҡшатып «Михайло» тип ебәрҙе. Иркенләгән Михаил... Галсгугын оноторлоҡ хәлгә еткән... Бисәһе бала табыу йортонда. Мин – сәфәрҙә... Таңсулпанса сәсрәтә һуғырға тимтәлдем, әммә секунд эсендә үҙемде ҡулға алырға өлгөрҙөм.
– Иң яратҡан күлдәгеңде, туфлиҙарыңды кей! – тип бойорҙом.
– Роддомға барабыҙмы? Ашап алмайбыҙмы ни?
– Һөйләнмә, тиҙ бул! – Фарманым ҡыҫҡа.
Кәләшем баҙаны, минең былай ҡырҡыу, уҫал һөйләшкәнемде ишеткәне юҡ.
Оҫтөнә зәңгәрһыу күлдәк кейҙе, иңенә аҡ шарф һалды, аҡ туфли кейҙе. Төпкөл ауыл кешеһе тимәҫһең, йыл эсендә зауыҡ менән кейенергә өйрәнгәйне. Мендәр өҫтөндәге галстукка иғтибар итмәгән була, ҡарамай ҙа. «Мине күрмәне тиҙер, һиҙҙермәй генә йәшерергә инде иҫәбе», тип уйлаған һайын ҡан ҡыҙа.
Такси тоттом, тимер юл вокзалына алып барырға ҡуштым. Таңсулпан һаман бер ни ҙә һорашмай, әммә вокзалға йүнәлгәс, миңә ҡарап-ҡарап ҡуйҙы. Эстән үсәйем: «Күререң алда әле...»
Тура килеүен әйт, поезд бына-бына ҡуҙғалырға тора. Өфөгә тиклем билет алдым. Кеҫәмдә күпме аҡса бар, бөтәһен дә сумочкаһына тултырҙым. Кәләштең ҡулынан ҡыҫып етәкләнем дә купеға керетеп ултырттым. Шул саҡта ғына ул сикһеҙ ғәжәпләнеп, зәңгәр күҙҙәрен тултырып миңә тура ҡараны. Бер һүҙ әйтмәйем, ул да өндәшмәй. Поезд ҡуҙғалды, мин перронға һикерҙем.
Үсем ҡанмағайны. Асыуымды баҫа алмайым, һаман аҙарынам. Минең был ҡәҙәре ярһығаным юҡ ине әле. Хәҙер Михаил менән ни эшләргә? Дуҫ түгел инде ул миңә, ҡара дошман! Икеһе лә хыянатсы... Йыһаз алғандағы: «Карауат киң дә, ныҡ та булырға тейеш!» – тигән һүҙҙәре иҫемә төшкәс, ситлеккә бикләнгән арыҫландан былайыраҡ туланым.
Ҡайтҡас та йоҡо бүлмәһенә кермәнем. Бушлыҡҡа текәлеп көн төшлөккә еткәнсе кухняла ултырғанмын. Ишек ҡыңғырауы зыңланы. Барып асһам, бәпәй күтәргән Михаил, арттараҡ Оксана тора. Мине күргәс, Михаилдың күҙ ҡараштары үҙгәреп киткәндәй тойолдо: ҡайтырымды көтмәгән, күрәһең. «Әһә, – тип уйлайым эстән генә, уңай килеп керҙең, галстугың менән быуам бит хәҙер үҙеңде!»
Оксана иренең ҡулынан бәпесен алып, йоҡо бүлмәһенә йүнәлгәс, эстән тантана иттем: «Хәләл ефетеңдең кемлеген күр әйҙә! Ыҙаланып бала табып ятҡанһың, ә ул йәш ҡатын менән күңел асҡан, хатта галстугын онотҡан. Бынан һуң тоғро эттән былайыраҡ: «Михайло-о!» тип, күҙҙәренә генә ҡарап йәшәрһеңме икән?» Шул саҡта Михаилдың муйынында теге галстукты күреп ҡалдым. Йылан уралғанмы ни, сикһеҙ аптыраным: «Ни арала галстукты тағырға өлгөргән? Мин вокзалдан ҡайтҡансы өйөмә кереп йөрөгәнме, асҡысы ла бармы икән?» Йәһәт кенә йоҡо бүлмәһенә индем. Михаил да ғәйебен аңлаған көсөк кеүек, шым ғына артымдан эйәрҙе. Ғәжәп, әлеге галстук мендәр өҫтөндә ята. Күҙемә күренәме? Оксананың беҙҙә эше лә юҡ, телен боҙоп тәтелдәй-тәтелдәй улын биләй.
– Был... ошо... – Мин тотлоҡтом, ҡулым менән бер мендәр өҫтөндәге галстукка, бер Михаил муйынындағыһына ишаралайым.
– Ә-ә-ә, аптыланыңмы, ағай? – Оксана һаман бәпес булын һөйләнә. – Өсәүләсеп һатып алдыҡ: әсәйем, Таңсулпан апайым менән ми-и-ин! Һинең ауыҙың асылһын, тинек. – Был мәлдә, ысынлап та, ғәжәпләнеүҙән ауыҙым асылғандыр. Оксана йоҡлаған балаһын галстук янындағы мендәр өҫтөнә һалды. – Кәләшең әйтә: «Ҡайһы магазиндан алдың, Мансафҡа сюрприз яһайым, мин дә алайым». Аңлатып-аңлатып ҡараным да, йә аҙашып йөрөр тип, бергә киттек. Ул бәләкәй генә магазин анау баҙарға төшә торған йорттар араһында. «Кеше унда һирәк йөрөй, бәлки, бөтмәгәндер», тим. Бәхетең бар икән – өлгөрҙөк, һуңғыһы ине. Ҡайтҡан саҡта билдән тота башланы, бейек үксәле туфли кейгәнгәлер, тип уйлайбыҙ. Таңсулпан да йәш, минең дә тәүге бала бит – тулғаҡтың ни икәнен дә белмәйбеҙ. Сытайыуыма әхирәтем көлә, етәкләп алды. Ике иҫәр, өйгә ҡайтҡас та больницаға барыр урынға кәләшеңә галстук бәйләргә өйрәттем. «Галстукты муйынына үҙем тағырмын, иҫе китһен», тип һөйөнөүен күрһәң! Әйткәндәй, үҙе ҡайҙа?
Маңлайыма ҡаҡлыҡтырғансы тондорҙолармы ни, һушымды йыя алмай күпме торғанмындыр. Ҡыҫҡаһы, Рәфис туғанҡай, дуҫтарыма тәфсирләп һөйләргә тура килде. Михаил аптырай, Оксана илай, ә мин аңра һарыҡ һымаҡ өйөрөләм: «Поезд китте! Поезд китте!»
Бына шулай асығын белмәғән көйө туҙынып, күҙ менән ҡаш араһында кәләшһеҙ ҡалдым. «Ҡайтам! Тубыҡланып ғәфү үтенәм. Ярата бит ул мине, ғәфү итер. Беҙ бер-беребеҙ өсөн генә тыуғанбыҙ. Бынан һуң бер ҡасан да Таңсулпан хаҡында насар уйламам, бер ваҡытта ла шикләнмәм», тип үҙ-үҙемә ант иттем.
Отпуск һораным, бирмәнеләр. Тағы диңгеҙгә сығып китергә тура килде. Өс айҙан ҡайтҡас та, Башҡортостанға юлланып булманы. Атай-әсәйгә, Таңсулпанға хат яҙҙым, тағы сәфәргә. Быныһында тағы ике-өс ай йөрөнөм. Ҡыҫҡаһы, йыл тулғас ҡына ҡайта алдым. Таңсулпан ауылда юҡ ине. Ауылда бөтөнләй күренмәгән ул, Өфөлә ҡалған. Аҡсаны мул һалғайным, интекмәгәндер. Мединститутҡа имтихандарға әҙерләнгән, уҡырға кергән. Ошо институтты тамамлаған берәүгә кейәүгә сыҡҡан. Ғәрләнеүҙән, сәмләнеүҙән шундай аҙымға барғанын аңланым.
Ҡарттар аҡыл менән эш итә шул: атай-әсәйемдәр, ҡайны-ҡәйнәмдәрҙең араһы һыуынмағайны, һаман ҡатнашып йәшәйҙәр. Береһенә лә тура ҡарарға, хәсрәтемде һөйләргә, ғәфү үтенергә ҡыйманым. Хаттарымда бөтәһен дә яҙғайным – мине һүҙһеҙ аңлағандарҙыр.
– Таңсулпан апай менән бер тапҡыр ҙа осрашманығыҙмы? – Рәфис йыуашайып ҡалғайны, тамағына төйөр ултырҙымы, тауышы ғыжылдап сыҡты.
– Осрашманыҡ, һирәк ҡайтам бит. Ҡырҡ ике йылға бына дүртенсеме, бишенсеме ҡайтыуым. Хәҙер атай-әсәй ҙә, тәүге ҡайным менән ҡәйнәм дә яҡты донъяла юҡ инде.
Олоғайған һайын күңел нескәрә, тыуған ауыл һағындыра . Быйыл түҙмәнем, ике туған ағайыма ҡайтып төштөм. Бәлки, һуңғы ҡайтыуымдыр...
– Һеҙ һаман яңғыҙмы, ниңә бер үҙегеҙ ғенә?
– Ғаиләм бар минең. Теге хәлдән һуң ун йыл үткәс, Оксананың һеңлеһе Олеся тигән тол ҡатынға өйләндем. Шуға ла Михаил менән бажалар бит беҙ. Олеся менән бер ул, бер ҡыҙ үҫтерҙек. Олатай, өләсәй булдыҡ. Ҡатынымдан уңдым мин: ярарға тырышып тора.
– Яраттығыҙмы Олеся апайҙы? – Рәфис тотлоҡҡандай итте.
– Яраттыммы? Әллә... Яратманым тип тә әйтә алмайым – өйрәндем, эҫендем. Төҫө, буй-һыны Таңсулпанға тартҡайны... Шулай ҙа, ни ғәләмәттер, нисә йылдар инде йыш ҡына бер үк төш күрәм: диңгеҙ өҫтөнән йөрәгемде тетрәндереп, аҡсарлаҡ булып ҡысҡыра-ҡысҡыра яңғыҙ аҡҡош оса. Аҡсарлаҡ тауышлы аҡҡошто тоторға тырышам, тик ул, асырғанып ҡысҡыра-ҡысҡыра, күҙҙән юғала... Уянып китәм дә дарҫлап типкән йөрәгемде ыуам. Күңелдә бушлыҡ... Мин бала саҡта ата-әсәйем төш хәйере биреп, доға уҡыта торғайны. Ә бында ҡайҙа бараһың, кемгә хәйер биреп күңелеңде тынысландыраһың. Иманлы йортта тыуып-үҫһәм дә, сит мөхиттә көн күргәс, ата-бабаларҙың ғөрөф-ғәҙәте генә түгел, «бисмилла» менән «аллаһы әкбәр» ҙә онотола.
– Ә телде онотмағанһығыҙ. Бик матур, шыма, мауыҡтырғыс һөйләйһегеҙ.
– Ауылымда айҙан ашыу яттым. Гел башҡортса һөйләштем, дөрөҫ әйтмәгән һүҙҙәремә көлмәнеләр, өйрәттеләр.
– Таңсулпан апайҙың яҙмышы нисек, абзый, беләһегеҙҙер?
– Бәхетен тапҡан ул: татыу йәшәйҙәр, өс бала үҫтергәндәр, икеһе лә медицина фәндәре докторы, тинеләр. Бик абруйлы кешеләр икән.
Ваҡыт – һәйбәт табип тиһәләр ҙә, үкенестәрем, һағыштарым баҫылып бөтмәй шул. Әле Сибайҙа поезд ҡуҙғалыр алдынан ғына зәңгәрһыу күлдәкле йәш ҡыҙҙы күргәс, хәтирәләрем яңырып, йөрәк яраларым асылды ла ҡуйҙы. Таңсулпаныма оҡшаттым: зәңгәрһыу күлдәге менән аҡ ебәк яулығы оҡшашлыҡты көсәйтте булһа кәрәк...
Егеттең ҡолаҡтары «ҡарп» итеп ҡалды, тыны ҡыҫылғандай, өҙөп-өҙөп, ҡабаланып һораны:
– Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ? Аҡ шарфигын бына ошолай һалғанмы?
– Эйе, нәҡ шулай ине.
– Сәсе нисек ине, абзый?
– Ҡап-ҡара ине һылыуҡайҙың сәсе.
– Сәстәрен арҡаһына таратып ебәргәнме?
– Эйе, сәстәрен артҡа тараған. Диңгеҙ тулҡыны һымаҡ тулҡынланып тора.
– Йәмилә! – Рәфис тәүҙә аптыраны, унан ауыҙы ҡолағына етте. – Абзый, ә күҙҙәре йәшелме?
– Һин бигерәк... Шул арала күҙҙәрен шәйләгән тиһеңме? Ул миңә ҡараманы ла, бөтә иғтибары тәҙрәлә ине, бик борсолоп кемделер эҙләне.
– Йәмилә бит ул! Мине эҙләп төшкән инде вокзалға. Абзый, хәҙер точно беләм, улар үбешмәне. Рәҡиптең хәбәренә йылмая ғына ине. Бик аҡыллы, етди бит ул минең Йәмиләм! – Рәфис ҡауҙарланып сумкаһына ынтылды.
Мансаф уның төшөп ҡалырға йыйыныуын аңланы:
– Саҡ ҡына сабыр ит, Өфөгә күп ҡалманы. Унан поезға ултырыуы еңелерәк булыр.
– Әле ниндәй станцияға етәбеҙ? Инйәр бит! – Рәфис ҡул сәғәтенә ҡараны. – Бынан да ҡыйын түгел – ярты сәғәттән электричка! Абзый, һау булығыҙ! Мең йәшәгеҙ! Бәлки, киләсәктә тағы осрашырбыҙ!
– Кем белә... кем белә... һау бул, туған!
Мансаф егетте оҙата сыҡты, поезд туҡтар-туҡтамаҫтан перронға һикергән Рәфисте күҙәтте. Уныһы станция бинаһына табан йүгерҙе. Әйләнеп ҡарарға ла, хушлашып ҡул болғарға ла ваҡыты юҡ ине егеттең: кире китәсәк электричкаға ашыға ине ул.
Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА.