Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
6 Август 2018, 20:42

Гранттар ярҙам итәсәк

Ауыл хужалығы кооператорҙарына өс миллион һумға тиклем бушлай ярҙам күрһәтәсәктәр

2018 йылдың 8 июнендә сыҡҡан 254 дoкyмент ҡарары тарафынан яңы ойошҡан hәм ғәмәлдә булған ауыл хужалығы кооперативтарына бушлай гранттар бyленеү Тәртибе раҫланды.

Февраль айында уҡ республикала БР Авыл хужалығы министрлыгы ойошторған ауыл кооперацияларының актив ҡатнашыусыларын асыҡлау буйынса мәғлүмәти кампания уҙҙы. Барлыҡ райондарҙа ла тиерлек кооперативтар булдырыу буйынса инициатив төркөмдәр барлыҡҡа килгән.

Бына беҙҙең районда ла өс миллионлыҡ грант алыу конкурсында өс йүнәлеш (һөт, умартасылыҡ hәм ит) буйынса дүрт инициатив төркөм ҡатнашасаҡ.

Беҙ конкурста ҡатнашыусылар тураһында район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы идараһы начальнигы Ғәзинур Мөхәммәт улы ХИСМӘТОВТАН тулыраҡ һөйләүен һораныҡ.

— Был грант ауылда йәшәүселәргә йыhаз, техника hәм табышлыраҡ ауыл хужалығы етертереүҙе кәрәк булған каркас модульле конструкциялар һатып алырға мoмкинлек бирәсәк. Мәҫәлән, элек колхоздар ваҡытында ҙур сәнәғәт һыуытҡыстары бар иде, ә бөгөн улар булмау сәбәпле, беҙҙең халыҡ hәм фермерҙар бушҡа тиерлек үҙ хеҙмәте һөҙөмтәһенән тиҙерәк «ҡотолорға» мәжбүр.

Грант иҫәбенә мини һөт ҡабул итеү пнкттары урынлаштырырға, йәшелсә һаҡлау урындары, фасовкалау-тoроy цехтары hәм ауыл хужалығы продукцияларын тормышҡа ашырыу буйынса ваҡлап һатыу магазиндарын асырға була.

— Был конкурста кем ҡатнаша ала? Фермерҙармы йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоусылармы?

— Конкурста фермерҙар ҙа, шулай уҡ шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоусы кешеләр ҙә ҡатнашырға хоҡуҡлы. Бынан тыш, инициатив төркөмгә шәхси эшҡыуарҙар ҙа ҡушыла ала — ваҡлап һатыу сауҙа объекттары хужалары, йәмәғәт тукланыу (кафе, ашхана) объекттары хужалары, транспорт ойошмалары.

Ҡыҫҡаһы, етештереүҙә, һаҡлауҙа, транспортировкалауҙа, эшкәртеүҙә hәм ауыл хужалығы продукцияһын һатыуҙа туранан-тура hәм ситләтеп ҡатнашыусыларҙың барыһы ла.

—Ҡабаттан «әҙерләү конторалары» эшләйәсәкме?

—Эйе, шулай дип әйтергә лә була, был «әҙерләү конторалары» элекке кеүек дәүләткә түгел, ә конкурсанттар исемлегенә индерелгән инициатив төркөм ҡатнашыусыларына ҡараясаҡ.

— Ә конкурсҡа ғаризаны нисек бирергә? Ҡайҙа мөрәжәғәт итeргә? Һәм ниндәй ваҡытҡа тиклем документтар ҡабул ителәсәк?

— Конкурсҡа эләгеү өсөн минимум биш ҡатнашыусы кәрәк. Улар билдәләнгән формала протокол төҙөргә, бер вәкил һайлап алырға hәм уларға йыһаздарҙан нимә кәрәк икәнен хәл итeргә тейеш. Шунан һуң беҙгә район ауыл хужалығы идараһына мөрәжәғәт итергә һәм тултырыу өсөн кәрәкле формалар ала ала. Бынан тыш, әлеге проектты тормышҡа ашырыуҙа Республика операторы булып Өфө ҡалаһы Ауыл хужалығы министрлығы бинаһының 5-нче ҡатында урынлашҡан БР Ауыл хужалығы консультацияһы yҙәге тора. Теләге булған hәр кеше был ойошмаға мөрәжәғәт итә hәм 8 (34729) 2-93-71, 291-26-67 телефондары буенса yҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап ала ала.

Документтарҙы ҡабул итеү сроктары тураһында актуаль һорауҙарҙы hәм тулыһынса консультацияны 8 (34743) 2-20-03, 2-13-55 телефондары буйынса ала алаһығыҙ.

Владимир СМОЛОВ әңгәмәште
Читайте нас: