Дим буйҙары
+13 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
27 Сентября 2018, 10:20
Һалым хеҙмәткәрҙәре рейд барышында бурыслыларҙың автомобилен тартып алған
Һалым һәм суд приставтары һалым һәм страховка иғәнәләрен түләтеү буйынса берләштерелгән рейд уҙғарҙы. Рейдтар Башҡортостан биләмәһендә 3-14 сентябрҙә уҙғарылды.
«Түләтелгән бурыстар суммаһы 14 миллион һум тәшкил иткән, бурыслыларҙың 271 мөлкәте тартып алынған, шул иҫәптән 97 автомобиль», — тип хәбәр итә Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Тартып алынған мөлкәт һатыла. Һатылғандан килгән аҡсалар һалым буйынса бурыстарҙы ҡаплауға китә. Һалымдарҙы түләтеү буйынса приставтарҙың эше өсөн дә бурыслыларға түләргә тура килә. Башҡарыу йыйымы бурыс суммаһынан 7 процент тәшкил итә, әммә 1000 һумдан кәм түгел. Бурыслыларға мөлкәтте баһалауға һәм һатыуға сығымдар ҙа ята. Автомобиль тартып алынһа, эвакуатор хеҙмәтен дә түләргә тура килә.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"