Дим буйҙары
+13 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
27 Сентября 2018, 10:31
Башҡорт балы өс миҙал яуланы
Мәскәүҙә 22-се «Апиславия» халыҡ-ара умартасылыҡ ойошмалары конгресында Башҡортостан умартасылары төрлө дәрәжәләге миҙалдар яуланы.
«Кәрәҙле бал» категорияһында беренсе урынды — Стәрлетамаҡ районынан умартасы Рөстәм Резбаев, «Үтә асыҡ һары төҫлө ҡатнаш бал» категорияһында икенсе урынды — Бөрйән районынан Кәрим Ғәлин, «Йүкә балы» категорияһында өсөнсө урынды Ишембай районынан умартасы Юрий Анопченко алды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Төбәк-ара Умартасылар, бал эшкәртеүселәр һәм ғалимдар эшмәкәрлеген координациялау ассоциацияһының вице-президенты Сергей Мөлөков һөйләне.
Күргәҙмәлә 40-тан ашыу илдән өс меңдән күберәк умартасы ҡатнашты. Сергей Мөлөков әйтеүенсә, әгәр «Апимондия»ны донъя чемпионаты менән сағыштырырға мөмкин булһа, «Апиславия» иһә Европа чемпионаты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда Башҡортостанда 47-се «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ конгресы уҙа.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"