Дим буйҙары
+10 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
28 Сентября 2018, 06:17
Октябрҙә республика эшҡыуарҙарын бушлай консультацияларға саҡыралар
Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса бушлай индивидуаль консультациялар циклын дауам итә.
Дүшәмбе, 1 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тән Социаль өлкәнең инновациялар үҙәге етәксеһе Ирина Абрамова «Социаль эшҡыуарлыҡ: бизнес өсөн яңы өлкәләр» темаһы буйынса консультация үткәрә.
8 октябрҙә сәғәт 3-тә Республика интеллектуаль милекте теркәү үҙәге етәксеһе Андрей Таюсов «Тауар билдәһен теркәү» темаһы буйынса сығыш яһай.
16 октябрҙә сәғәт 3-тә «Өфөлә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу өсөн ер участкаларын рәсмиләштереү үҙенсәлектәре» темаһы буйынса Башҡортостан эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһының ерҙән файҙаланыу мәсьәләләре буйынса эксперты Сергей Колодкин консультация бирә.
Консультациялар Өфө, Индустриаль шоссе, 44/1, 6-сы павильон, 6-22-се бүлмә адресы буйынса уҙа, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһының матбуғат хеҙмәтенән.
Алдан теркәлеү өсөн телефондар: (347) 264-62-90, 243-38-37, e-mail:
aoprb@mail.ru
.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"