Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
28 Сентябрь 2018, 11:10

Республика баш ҡалаһының бюджеты 1,3 миллиард һумға артҡан

Бөгөн Өфөлә ҡала Советының сираттағы ултырышында 2018-2020 йылдарға ҡала бюджетына үҙгәрештәр раҫланды.

Республика бюджетынан бүленгән аҡса иҫәбенә Башҡортостандың баш ҡалаһы ҡаҙнаһы 2018 йылда – 1 миллиард 326 миллион һумға, 2019-ҙа – 1 миллиард 517 миллионға, 2020 йылда 775 миллион һумға арта, тип хәбәр итә ҡала Советының матбуғат хеҙмәте.

Сығымдар Ағиҙел йылғаһында ярҙы нығытыусы инженер ҡоролмаларын төҙөүгә, урындағы үҙидара органдары вәкәләттәрен башҡарғанда килеп тыуған сығым йөкләмәләрен берлектә финанслауға, урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән йәмәғәт инфраструктураһы үҫеше проекттарын берлектә финанслауға, минималь хеҙмәт хаҡын күтәреүгә бәйле муниципаль учреждение хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына йүнәлтелә.

Өфөнөң 2018 йылға аныҡланған бюджеты әлегә ваҡытта түбәндәгесә: килем – 25,95 миллиард һум, сығым – 26 миллиард һум, дефицит – 52,9 миллион һум.

2019-2020 йылдарҙың план осорона бюджет дефицитһыҙ тип күҙаллана. Уның килеме
Читайте нас: