Дим буйҙары
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
4 Октябрь 2018, 17:00

«Бөрйән» туристик кластерына үҫеш өсөн 225 миллион һум бүленә

«Рәсәй Федерацияһында эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү» программаһы сиктәрендә федераль бюджет «Бөрйән» туристик-рекреацион кластеры үҫешенә 200 миллион һум аҡса күсерә.

Был хаҡта РБК-Өфө хәбәр итә. Республика ҡаҙнаһы проектты 25 миллион һум күләмендә берлектә финанслай. Был аҡса 2021 йылда күсә һәм инә торған юлдар, электр линиялары, һыу һәм газ үткәргестәр төҙөүгә йүнәлтелә.

«Бөрйән» кластеры Бөрйән, Күгәрсен, Көйөргәҙе райондары биләмәһен үҙ эсенә ала. Төп туристик объект — таш быуатта ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре менән Шүлгәнташ мәмерйәһе.

Проектҡа инвестицияларҙың дөйөм күләме — 3 миллиард һум самаһы, инвестор— «Юлбарс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Компания күп йылдар дауамында Бөрйән һәм Күгәрсен райондары биләмәһендә туризм өлкәһендә эшләй, Иҫке Собханғол ауылында, 300 миллион һалып, өс йондоҙло отель төҙөнө.