Баҡтиһәң, эш эҙләүселәр араһында иң аҙ конкуренция әлеге мәлдә «Автомобиль бизнесы», «Эшсе персонал», «Инсталляция һәм сервис», «Страховкалау» һәм «Консультациялау» кеүек һөнәри өлкәләрҙә күҙәтелә. Был иҡтисади тармаҡтарҙа 27-40 мең һум эш хаҡы тәҡдим ителә.
Киреһенсә, эш эҙләүселәр араһында иң юғары конкуренция «Сеймал сығарыу» тармағында билдәләнә. Башҡортостанда был өлкәлә тәҡдим ителгән уртаса эш хаҡы 60 мең һум тәшкил итә.
Төбәктә шундай уҡ эш хаҡына юғары менеджмент өлкәһе вәкилдәре иҫәп тота ала.
Юристар өсөн тәҡдим ителгән эш хаҡы уртаса 30 мең һумға етә. «Ҡала хеҙмәте, коммерцияға ҡарамаған ойошма» өлкәһе вәкилдәре өсөн эш хаҡы буйынса уртаса тәҡдим 25 мең һум тәшкил итә.
Белгестәр билдәләүенсә, Башҡортостан эш эҙләүселәр араһында конкуренция кимәле буйынса әле Волга буйы федераль округында өсөнсө урынды биләй. Эш табыуы Ырымбур өлкәһендә ауырыраҡ, Удмуртияла – еңелерәк.
«Башҡортостанда тәҡдим ителгән һәр вакансияға бөгөн 5,4 резюме тура килә. Ҡағиҙә булараҡ, бындай нисбәттә эш биреүселәр ҙә, эшкә урынлашырға теләүселәр ҙә яҡшы һайлай ала. Әммә, хәл тармаҡҡа ҡарап айырыла ала, әлбиттә», — тип аңлатма бирҙе HeadHunter Урал матбуғат хеҙмәте етәксеһе Анна Осипова.