Дим буйҙары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
5 Октябрь 2018, 22:28

Уҡытыусылар көнөнә эксперттар республикала педагогтарға ихтыяжды асыҡлаған

ҡытыусылар көнө алдынан HeadHunter компанияһы аналитиктары Башҡортостандың хеҙмәт баҙарында фән һәм мәғариф өлкәһе белгестәренә ихтыяждың ни саҡлы булыуын асыҡлаған.

Һуңғы йылда республикала сайтта баҫылған ошо өлкәләге вакансиялар һаны ике ярым тапҡырға тиерлек — 149% артҡан.

Йышыраҡ бындай белгестәрҙе белем биреү ойошмалары (23%), халыҡҡа хеҙмәт күрһәткән компаниялар (4%) һәм ИТ-тармағы компаниялары (4%) эҙләй.

Һөнәрҙәргә килгәндә, айырыуса гуманитар фәндәр (40%), шул иҫәптән тел уҡытыусылары (32%) кәрәк. Информатика (24%) һәм инженер фәндәре (21%) буйынса белгестәргә, шулай уҡ математика уҡытыусыларына (9%) һорау аҙыраҡ.

Күпселек вакансияларҙа алты йылдан кәм булмаған эш тәжрибәһе талап ителә (36%), ләкин күптәр тәжрибәһеҙ педагогтарҙы ла эшкә алырға әҙер (26%) .

Өҫтәүенә вакансияларҙың 41% һығылмалы график бар. Тәҡдимдәрҙең 32% ғына тулы эш көнөнә иҫәпләнгән.

«Уҡыу йылы башланыуға ҡарамаҫтан, эш биреүселәр дәүләт һәм шәхси мәктәптәргә, төрлө белем биреү үҙәктәренә педагогтар эҙләүен дауам итә. Әйтәйек, әле инглиз теле һәм башланғыс класс уҡытыусыһы вакансияһы буш. Һирәк тәҡдимдәр ҙә осрай: мәҫәлән, робот техникаһы түңәрәгенә һәм электр хәүефһеҙлеге буйынса уҡытыусылар», — тип билдәләй HeadHunter Урал матбуғат хеҙмәте етәксеһе Анна Осипова.

Белгестәр билдәләүенсә, «Фән, мәғариф» өлкәһендә конкуренция ярайһы уҡ түбән — бер вакансияға 2,6 резюме. Был өлкәлә эш эҙләүселәрҙең күбеһе 26-35 йәштә. Гүзәл заттар ир-егеттәргә ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк. Эш эҙләүселәрҙең 99% юғары белемгә эйә.
Читайте нас: