Рөстәм Мәрҙәнов һүҙҙәренсә, технополис быға тиклем БЭТО концернына ҡараған бинала асыла. Әле бында биналарҙың бер өлөшөн Башҡорт дәүләт университеты биләй. Биналарҙы федераль милектән республиканыҡына тапшырыу процедураларына йыл ярымдан ашыу ваҡыт кәрәк булды.
– Һүҙ бында тулы ҡиммәтле технополис булдырыу хаҡында бара, – тине Рөстәм Мәрҙәнов. – Илебеҙҙең ошондай технополистар төҙөү тәжрибәһенә эйә иң яҡшы, кәрәк икән, халыҡ-ара белгестәрҙе йәлеп итеп, заманса концепция төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителгән.
Быға тиклем Башҡортостан Башлығы элекке С.М. Киров исемендәге телефон аппаратураһы заводында инновация үҙәген урынлаштырыу күҙалланыуы хаҡында һөйләгәйне.
– Беҙ унда тормош ҡайнауын, көнө-төнө студенттарҙың шөғөлләнеүен, лабораториялар, кванториумдар, технопарктар, инновацион майҙансыҡтар булыуын теләйбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Рәсәйҙең алдынғы ҡалаларында яйлап технополистар – фәнде производство, мәғарифты предприятиелағы эш менән берләштергән майҙансыҡтар асыла. Уларҙың составына лабораториялар, тикшеренеү үҙәктәре, фәнни учреждениелар һәм уҡыу йорттары инә.