Дим буйҙары
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
8 Октябрь 2018, 23:09
Республикала умартасылыҡты үҫтереүгә 614 миллион һум бүлеү күҙаллана
Башҡортостанда 2030 йылға тиклем умартасылыҡты үҫтереүгә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә дәүләт ярҙамы программаһы буйынса республика ҡаҙнаһынан 614 миллион һум бүлеү күҙаллана
Бал ҡорттары пакетын һатып алыу аша бал ҡорттары ғаиләһе һанын арттырыуға 237,5 миллион һум бүленә. Йыл һайын бал ҡорттары ғаиләһе һаны үҫеше ете меңгә етер тип көтөлә.
Сәнәғәт умарталарын һатып алыуға 244 һум, бал айыртыу буйынса технологик линияларға — 9,1 миллион һум, умартасылыҡ инвентарына — 11,3 миллион һум, тейәү техникаһына 62 миллион һум бүленә.
Умартасылыҡты үҫтереү программаһы буйынса ғилми-тикшеренеү эштәренә 50 миллион һум йүнәлтеү ҡаралған.
Ҙур сәнәғәт умарталыҡтары һаны – 65 берәмеккә тиклем, бал ҡорто ғаиләләре һаны – 460 меңгә ҡәҙәр, ә тауар балы күләме 10 мең тоннаға тиклем артыр тип күҙ уңында тотола. Етештерелгән балдың сифатын тикшереү өсөн заманса лабораториялар асыуға бәйле балды экспортҡа оҙатыу ун тапҡырға – йылына 500 тоннаға тиклем артырға тейеш.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
16 Сентябрь 2025, 21:45
Дүсән ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам итә
МХО-лағыларға ярҙам
16 Сентябрь 2025, 19:10
"Барығыҙға ла ярҙам итербеҙ»
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"