Дим буйҙары
+15 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
10 Октября 2018, 15:50
Ипотека кредиты
1 сентябргә Башҡортостанда ипотека торлаҡ кредиты буйынса уртаса ставка 9,6 процент тәшкил иткән. Был йыл башына ҡарағанда бер процентҡа аҙыраҡ, тип белдерҙеләр республиканың Милли банкында.
Ошо йылдың тәүге һигеҙ айында Башҡортостанда 34 мең торлаҡ кредиты бирелгән, уларҙың күпселеге — ипотека.
Бер йыл элек ошо уҡ ваҡытта төбәктә 21,3 мең торлаҡ кредиты алынған. Төбәктә йыл башынан бирелгән торлаҡ кредитының дөйөм суммаһы 55,715 миллиард һумға еткән.
Өҫтәүенә республикала ипотека торлаҡ кредиты буйынса кредитлауҙың уртаса ваҡыты артҡан һәм хәҙер 183 ай, йәки 15 йылдан ашыу тәшкил итә.
Дөйөм алғанда, быйыл ғинуар-август айҙарында Рәсәйҙә халыҡҡа дөйөм суммаһы 1,816 триллион һумдан күберәк 911 меңдән ашыу ипотека кредиты бирелгән.
Илдә торлаҡты кредитлау ваҡыты ла артҡан һәм әле 193,8 ай, йәки 16 йылдан ашыу тәшкил итә.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"