Дим буйҙары
+13 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
24 Октября 2018, 13:14
Яңы йылға әҙерлек
Өфөлә Конгресс-холл янындағы һәм В.И.Ленин исемендәге майҙандарҙы Яңы йылға биҙәү өсөн 17,8 миллион һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана.
Эштәрҙе башҡарыуға тендерҙар дәүләт һатып алыуҙары порталында баҫылған.
Эштәр ҡала бюджетынан финанслана. Подрядсыны билдәләү буйынса аукцион 6 ноябрҙә була.
Монтаж эштәрен 23 декабргә тамамларға кәрәк, боҙ ҡаласығын 2018 йылдың 23 декабренән 2019 йылдың 26 февраленә тиклем тәртиптә тотоу, 2019 йылдың 27 февраленән 1 мартына тиклем алып ташлау ҡаралған.
Майҙандарҙа бейеклеге 26-30 метрлыҡ ябай шыршы ҡуйыла. Ағас ҡоро ботаҡһыҙ, йәшел ылыҫлы, тигеҙ олонло булырға тейеш. Шыршыны гирляндалар һәм электр уйынсыҡтары менән биҙәйҙәр.
Шулай уҡ боҙ ҡаласыҡтарында традицион боҙ һындары, тауҙар һәм лабиринттар ҡаралған.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"