Дим буйҙары
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
29 Октябрь 2018, 19:10

Октябрҙә иң килемле эш урындары

Superjob порталы аналитиктары Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында, шул иҫәптән Өфөлә октябрҙең иң ҡиммәтле вакансияларын атаны.

Порталда урынлаштырылған мәғлүмәткә ярашлы, Өфөлә иң шәп тәҡдим техник директор вакансияһы булған — хеҙмәт хаҡы 125 мең һумдан башлана.

Икенсе урында — программист вакансияһы, эш хаҡы кәм тигәндә 65 мең һум.

Өфөлә баш иретеп йәбештереүсенең эше өсөн ай һайын 60 мең һум түләргә әҙерҙәр.

«1C» программисы 60 мең һумдан кәм булмаған хеҙмәт хаҡына иҫәп тота ала.

Өфөлә октябрҙәге иң яҡшы биш вакансия исемлеген айына 55 мең һумдан кәм булмаған эш хаҡы менән сектор етәксеһе/ әйҙәүсе инженер сметасы яба.

Рәсәйҙең башҡа ҡалаларына килгәндә, Мәскәүҙә октябрҙең иң ҡиммәтле вакансияһы һалым хоҡуғы юрисконсульты (адвокат) өсөн тәҡдим булған. Уның эше өсөн айына кәм тигәндә 300 мең һум түләргә әҙерҙәр.

Санкт-Петербургта октябрҙең иң яҡшы вакансияһы — генераль директорҙың персонал буйынса урынбаҫары — айына 170 мең һумдан кәм түгел.

Пермдә директорҙың хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫарының эше өсөн 120 мең һум түләргә әҙерҙәр.

Һамарҙа төбәк идарасыһы кәм тигәндә 100 мең һумға иҫәп тота ала.

Екатеринбургта иң шәп тәҡдим төҙөлөш сәнәғәт проекты етәксеһе өсөн — айына 100-120 мең һум.

Ҡазанда «1С» программисының эшен 70 мең һумға баһалайҙар.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ағымдағы йылдың авгусында республикала хеҙмәткәрҙәрҙең, шул иҫәптән кесе эшҡыуарлыҡ ойошмаларында ла, уртаса эш хаҡы 33 028 һумдан ашҡан. Был уҙған йылдың август айына ҡарағанда 8 процентҡа күберәк. Шуның менән бергә ошо ваҡыт эсендә реаль эш хаҡы 5,2 процентҡа артҡан.

Ғәҙәттәгесә, төбәктә иң ҙур эш хаҡын кокс һәм нефть продукттарын етештереү менән мәшғүлдәр ала – уртаса 77 441 һум.
Читайте нас в