Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Октябрь 2018, 18:55

Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата

Республиканың 100 йыллығына Өфөлә 23 социаль объект барлыҡҡа килә, уларҙың дөйөм хаҡы 25,7 миллиард һумға баһалана.

Уларҙың бишәүһе сафҡа индерелгән дә инде: «Рәсәй – минең тарихым» тарихи паркы, Колгуев һәм «Дим-8» биҫтәләрендә, Нуғай ҡасабаһында мәктәптәр һәм реконструкцияланған 1-се мәктәп.

«17 объект төҙөлөш стадияһында», — тип билдәләне Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Насретдинов.

Планға ярашлы, 1300 урынлыҡ 44-се мәктәп төҙөлөшөн (ҡеүәте яңы корпустар һалыу иҫәбенә арта) 2019 йылдың 1 сентябренә тамамлау күҙаллана.

Калинин районының Максимовка ҡасабаһында балалар баҡсаһы. 2019 йылдың икенсе кварталында файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйҙәр.

Инорста дөйөм белем биреү үҙәге: «Боҙ аренаһы» ябыҡ һырғалағы — 2019 йылдың авгусында сафҡа индерелә. Балалар баҡсаһы, мәктәп һәм спорт блогы – эштәр башланмаған, сөнки финанслау 2019 йылда ҡаралған.

«Сағыу» биҫтәһендәге мәктәпте сафҡа индереү ваҡыты — 2019 йылдың ноябре.

Административ бинаны психотерапия үҙәге стационары итеп реконструкциялау. Файҙаланыуға тапшырыу – 2018 йылдың аҙағы.

Онкология диспансерына төкәтмә – 2019 йылдың дүртенсе кварталы.

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрын капиталь ремонтлауҙы 2019 йылда тамамларға уйлайҙар. Эштәр башланмаған әле.

Ленин районында Ә.Исҡужин исемендәге музыка мәктәбен төҙөү – файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты 2019 йылдың 1 сентябре.

Төхвәт Йәнәби бульварындағы бассейн – сафҡа индереү 2019 йылға билдәләнгән.

«Нефтсе» бассейнын реконструкциялау — объект төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыу өсөн сауҙаға ҡуйылған. 2019 йылда сафҡа индереү күҙаллана.

Ленин районында Спорт әҙерлеге үҙәге – 2019 йылдың майында тапшырыу ҡаралған.

«Өфө» аэропортын реконструкциялау — конкурс документацияһы әҙерләнгән. Сафҡа индереү 2019 йылдың декабренә билдәләнгән.

«Өфө» станцияһында тимер юл вокзалын реконструкциялауҙы тамамлау — эштәр алып барылмай.

Республика кардиология диспансерын төҙөкләндереү – аукциондар бер нисә тапҡыр күсерелде, ремонт башланмаған. Сафҡа индереү 2022 йылға планлаштырылған.

4-се дауахана биләмәһендә балалар йоғошло сирҙәр корпусы – дәүләт экспертиза баһаһы юҡ. Эштәр башланмаған. Планда – 2020 йылда сафҡа индереү.
Читайте нас: