Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
7 Ноябрь 2018, 13:27

Шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу тамамланды

Башҡортостанда өс шәкәр заводы (Мәләүездә, Шишмәлә, Раевкала) яңы сөгөлдөр уңышынан 94 мең тонна шәкәр эшкәрткән.

Һуңғы ике аҙна эсендә 30 мең тонна шәкәр етештерелгән. Бөгөнгө көнгә заводтар 600 мең тоннаға яҡын сеймал эшкәрткән.

Тамыраҙыҡты йыйыу эше аҙағына яҡынлашты – 99% майҙандан сөгөлдөр ҡаҙып алынған (45 мең гектар). Тулайым йыйым 1,41 миллион тонна тәшкил итә. Һөҙөмтәлә, Башҡортостандың шәкәр заводтары 220 мең тоннаһы тирәһе продукция сығара ала.

Рәсәйҙә шәкәр менән йыллыҡ ҡулланыу 6 миллион тонна тәшкил итә. Быйыл көтөлгән кимәлдән түбән (Красноярск крайындағы ҡоролоҡ сәбәпле) уңыштан сығып Рәсәй заводтары 5,8 миллион тонна продукция етештерә. 200 тонна запаста бар, 300 тонна Белоруссиянан һатып алынған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.
Читайте нас: