Дим буйҙары
+29 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
8 Ноября 2018, 14:21
Эшһеҙҙәр күпме ала – Хеҙмәт министрлығы
Октябрҙә Башҡортостанда эшһеҙлек пособиеһының уртаса күләме 4 189 һум, йәки эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән 43,9% тәшкил иткән.
«Төбәктә халыҡтың 31,1% — минималь, ә 57,0 % максималь күләмдә эшһеҙлек пособиеһын ала», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко. Ноябрь башына Башҡортостанда 17,9 мең самаһы теркәлгән эшһеҙ иҫәпләнгән. Йыл башында төбәктә 20,7 меңгә яҡын «рәсми» эшһеҙ йәшәгән.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һаны 1,964 миллион кеше тәшкил итә. Эшһеҙҙәр һаны, Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттарына ярашлы, 95,5 мең кеше.
Әле республикала минималь хеҙмәт хаҡы 12 837 һумдан ашҡан. Төбәк буйынса уртаса эш хаҡы 32 227 һум тәшкил итә.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
10 Июля , 08:04
Ауыл фельдшеры – халыҡ терәге
Общие статьи
9 Июля , 15:30
Урамдарға тротуар һалына, асфальт түшәлә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"