Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
12 Ноябрь 2018, 21:25

Балыҡ йәрминкәһе

Өфөләге тәүге балыҡ йәрминкәһенә 2,5 меңдән ашыу кеше килде, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йәрминкә Черниковкала, «Меркурий» сауҙа үҙәге ҡаршыһында уҙҙы. Маҡсаты — халыҡты сифатлы балыҡ ризыҡтары менән тәьмин итеү һәм Өфө менән республика райондары араһында эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу.

«Дөйөм алғанда, балыҡ һәм диңгеҙ ризыҡтары һатыу өсөн 40-ҡа яҡын сауҙа нөктәһе ойошторолдо. Өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына урындағы етештереүселәр төрлө балыҡ продукцияһын тәҡдим итте, — тип билдәләне республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат секретары Алмаз Ғәлимов. — Мәҫәлән, өфөләргә Күгәрсен һәм Туймазы райондары, шулай уҡ Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығы етештереүселәренән — сөсө һыуҙа йәшәй торған балыҡ, Өфөнөң сауҙа предприятиеларынан яңы туңдырылған диңгеҙ балығы һатып алыу мөмкинлеге бар ине. Хабаровск крайы етештереүселәре Өфө йәрминкәһенә яңы туңдырылған кета алып килгән».

Ҡалалағы тәүге балыҡ йәрминкәһендә 6 тонна самаһы төрлө балыҡ һатылған. Өфөләр күберәк, йәки 2,3 тонна яңы туңдырылған диңгеҙ балығын һатып алған. Сөсө һыуҙа йәшәгән, шулай уҡ ыҫланған һәм тоҙло балыҡ өлөшөнә 1,7 һәм 1,6 тонна тура килгән.

Теләгән һәр кем йәрминкәлә һатып алған балыҡтың сифатын махсус күсмә ветеринария пунктында тикшертә алды.

«Был көндә балыҡ йәрминкәһенә килгән 200-ҙән ашыу кеше урамда бешерелгән балыҡ һурпаһынан ауыҙ итте, — тип өҫтәне Алмаз Ғәлимов. — Шулай уҡ теләгән һәр кем йәрминкәлә ойошторолған балыҡ эшкәртеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша алды».
Читайте нас: