Дим буйҙары
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
15 Ноябрь 2018, 23:26

Тәүге сабый өсөн пособие

13 ноябргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 4,6 меңдән ашыу ғаилә быйыл тыуған йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған беренсе бала өсөн пособиеға документтар юллаған.

Хеҙмәт министрлығында билдәләүҙәренсә, һуңғы өс айҙа ошо пособиены алыусылар һаны 1,7 меңгә артҡан. Беренсе бала өсөн түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы йыл башынан 293 миллион һум тәшкил иткән.
«Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 4,5 меңдән ашыу ғаилә 2018 йылда өсөнсө йәки артабанғы булып тыуған һәр бала өсөн пособие ала. Һуңғы өс айҙа үҫеш 2 мең самаһы тәшкил иткән, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко. — Йыл башынан был ғаиләләргә бөтәһе 238 миллион һум аҡса түләнгән».
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2018 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда йәшәүселәр ике яңы социаль ярҙам сараһына хоҡуҡ алды. Һүҙ беренсе бала тыуыуға (уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алыуға), шулай уҡ өсөнсө йәки артабанғы баланың донъяға килеүенә бәйле айлыҡ түләүҙәр хаҡында бара.
Тәүге бала өсөн айлыҡ пособие күләме — 8892 һум (бала йәш ярымға еткәнсе түләнә), өсөнсө һәм артабанғылары өсөн 8993 һум (өс йәше тулғансы түләнә) тәшкил итә.
Беренсе сабый өсөн айлыҡ пособие ғаиләнең уртаса килеме уның һәр ағзаһына 14 247 һум булған осраҡта тәғәйенләнә. Өсөнсө һәм артабанғы бала өсөн айлыҡ түләүгә йән башына уртаса килеме 9182 һумдан артмаған ғаиләләр хоҡуҡлы.
Беренсе балаға пособие түләү өсөн аҡса федераль ҡаҙнанан бүленә. 2018 йылда тыуған өсөнсө һәм артабанғы бала өсөн түләүҙәр федераль һәм төбәк бюджеттарынан берлектә финанслау шарттарында бойомға ашырыла.
Читайте нас в