Дим буйҙары
+29 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
15 Ноября 2018, 16:43
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ арта
Дмитрий Медведев 2019 йылда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙы ике этапта индексациялауҙы раҫланы.
Түләү тәүҙә 1 ғинуарҙан, һуңынан 1 июлдән арта. Бындай саралар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡты индексациялауҙы уртаса кимәлдән арттырмауға йүнәлтелгән.
Эш шунда: 1 ғинуарҙа өҫтәлгән хаҡҡа һалым (НДС) 2% арта. Шул рәүешле ул 18-ҙән 20% тиклем күтәрелә. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙы ике этапта индексациялау өҫтәлгән хаҡҡа һалым ставкаһының артыуына ныҡ бәйле түгел, тип хәбәр итә Рәсәй Хөкүмәте. 1 ғинуарҙан коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү 1,7% кимәлендә индексациялана. Хәбәр ителеүенсә, был өҫтәлгән хаҡҡа һалымдың артыуын иҫәпкә алыуҙы тәьмин итә. 1 июлдән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар 2019 йылдың ғинуарына ҡарата 2,4% кимәлендә арта.
Быға тиклем коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ йыл дауамында бер тапҡыр — 1 июлдән индексацияланды.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
10 Июля , 08:04
Ауыл фельдшеры – халыҡ терәге
Общие статьи
9 Июля , 15:30
Урамдарға тротуар һалына, асфальт түшәлә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"