Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
19 Ноябрь 2018, 15:39

Бала тәрбиәләгән өсөн пособие күләме

2019 йылдың 1 ғинуарынан баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның максималь күләме 2018 йылда 24 мең һум урынына 26 мең һумға тиклем арта.

«2019 йылдың 1 ғинуарынан бала тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның максималь күләме 26 152, 27 һум тәшкил итәсәк», — тип белдерҙеләр фондта.

Пособиены иҫәпләү өсөн бынан алдағы ике йылдағы, ләкин сикке базанан юғары булмаған эш хаҡы алына. Фондҡа страховка иғәнәләрен иҫәпләү өсөн сикке базалар 2017 йылда — 755, 2018 йылда 815 мең һум тәшкил итә.

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның минималь күләме 52 мең һумға тиерлек еткерелә.

Социаль страховкалау фондында асыҡлыҡ индереүҙәренсә, страховкаланған кешенең хеҙмәт хаҡы юҡ йәки бик аҙ икән, пособие минималь эш хаҡынан сығып иҫәпләнә. Хеҙмәткә минималь түләү яңы йылдан 11 280 һумға тиклем арта. Әлегә ул 11 163 һум тәшкил итә.

Шул уҡ ваҡытта йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның максималь күләме 301 мең һумдан ашыу буласаҡ. Быйыл ул 282 мең һумдан күберәк.

Баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның минималь күләме иһә 2019 йылдың 1 ғинуарынан 4,5 мең һумға ҡәҙәр арта.

Әгәр страховкаланған кешенең эш хаҡы юҡ йәки бик аҙ булһа, был пособие минималь хеҙмәт хаҡынан сығып иҫәпләнә.

Бынан алда баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның минималь күләме 4,4 мең һумға тиклем артҡайны.