Дим буйҙары
+20 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
21 Ноября 2018, 13:25
Белгестәргә ихтыяж арта
21 ноябрҙә Рәсәйҙә Бухгалтер көнө билдәләнә. Хеҙмәт баҙары эксперттары фекеренсә, автоматлаштырыуға тәү сиратта ошо белгестәрҙең эләгеүе мөмкин — уларҙың көндәлек бурыстарын машиналарға тапшырыу отошлораҡ. Ләкин эшкә урынлашыу өлкәһендә үҙгәрештәр әлегә күҙәтелмәй.
Әйтәйек, Башҡортостанда бухгалтерҙарға ихтыяж йыл һайын арта, тип билдәләй HeadHunter рекрутинг хеҙмәте. Ғинуар-октябрь айҙарында үҫеш уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 56% тәшкил иткән. Был хеҙмәткәрҙәр менән айырыуса ваҡлап һатыу һәм төҙөлөш тармағы компаниялары ҡыҙыҡһына.
Бөгөн Башҡортостанда бер бухгалтер вакансияһына 7,8 резюме тура килә. Рәсәй буйынса ошо белгестәр араһында конкуренция түбәнерәк — бер урынға 7,2 резюме, күрше Свердловск өлкәһендә — 4,4.
Көтөлгән һәм тәҡдим ителгән уртаса эш хаҡы — 30 һәм 25 мең һум. Кандидаттарҙың 89% — ҡатын-ҡыҙҙар. Бухгалтер эшен йышыраҡ 25-45 йәшлектәр эҙләй. Уларҙың күпселеге юғары белемле (88%).
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"