Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
22 Ноябрь 2018, 13:55

2017 йыл өсөн милек һалымын түлә

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идараһының 27-се төбәк инспекцияһы 2018 йылдың 3 декабрендә 2017 йыл өсөн физик заттар тарафынан милек һәм ер һалымдарын түләү срогы етеүен иҫегеҙгә төшөрә.

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтненең “Физик заттар өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” Интернет-сервисынан баш тартмаған барлыҡ ҡулланыусылар ҙа һалым белдереү ҡағыҙҙары йәшәү йәшәү урыны адресы буйынса Рәсәй почтаһы тарафынан 2018 йылдың 1 ноябренә ҡәҙәр тапшырылырға тейеш ине.

Һалым белдереү ҡағыҙын алмаған осраҡта һалым түләүселәр һалым ҡағыҙын Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса теләһә ҡайһы территориаль органында ала ала.

Милек һалымын иҫәпләү, шул иҫәптән, алынған һалым белдереү ҡағыҙында булған мәғлүмәт буйынса һорауҙар тыуғанда, һәм шулай уҡ һалым белдереү ҡағыҙын алмаған осраҡта, һалым түләүсегә йәшәү урыны йәки шәхси милек объекты урынлашҡан адрес буйынса һалым органына мөрәжәғәт итеү мәжбүри.

Һалым органына теләһә ниндәй уңайлы ысул менән мөрәжәғәт итергә мөмкин, шул иҫәптән:

- электрон төрҙә - “Физик заттар өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” (сервисты ҡулланыусыларға) Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында (www.nalog.ru) “Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә” интернет-сервистары аша;

- шәхсән – үҙәк офистың операция залында йәки инспекцияның территориаль айырымланған урынында (адрестары һәм эш графигы Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында ҡуйылған).

Р,Н.Бекшенева,

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең 27-се район-ара инспекцияһы начальнигы, 1-се класлы РФ дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте.
Читайте нас: