Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, аҙна эсендә аҡ күсәнле кәбеҫтә (6,2 процентҡа) һәм башлы һуған (4,5) һиҙелерлек ҡиммәтләнгән. Төбәктә йәшәүселәргә кәбеҫтәнең бер килограмы хәҙер уртаса 20 һумға, һуғандың иһә 21 һумға төшә.
Шартлы исемлектә өсөнсө урынды тары ярмаһы биләй — бер килограмы уртаса 50 һум, йәки бер аҙнала 2,3 процент.
Аҙна эсендә алма, кишер, сәй, арыш ононан һәм арыш менән бойҙай оно ҡушып бешерелгән икмәк, ҡарабойҙай ярмаһы, көнбағыш майы, туңдырылған балыҡ, һыйыр ите, он, дөгө, тауыҡ ите, йомортҡа, шәкәр һәм тоҙ 0,1-1,6 процентҡа ҡиммәтләнгән.
Шул уҡ ваҡытта республикала сусҡа ите, һөт, сыр, вермишель һәм картуф 0,03-1,8 процентҡа арзанайған.
Статистиктарҙың һайланма мониторинг мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда аҡ майға (бер килограмы 46 һум), бойҙай икмәгенә (365) һәм һарыҡ итенә (242) генә хаҡтар үҙгәрмәгән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2018 йылдың авгусында Башҡортостан халҡының йән башына уртаса килеме 28 707 һумға еткән. Дөйөм алғанда, ағымдағы йылдың ғинуар-авгусында рсепубликала йәшәгән һәр кешегә 25 968 һум тура килгән.
Башҡортостанда хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡы, кесе эшҡыуарлыҡ ойошмаларын да иҫәпкә алып, 32 478 һум тәшкил иткән. Быйыл тәүге туғыҙ айҙа ул төбәктә 32 257,5 һум булған.