Дим буйҙары
+30 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
28 Ноября 2018, 08:59
Эшҡыуарҙар өсөн бушлай консультация
Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы декабрҙә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса шәхси консультациялар үткәрә.
3 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тән республиканың Социаль өлкә инновациялары үҙәге етәксеһе Ирина Абрамова «Социаль эшҡыуарлыҡ: бизнес өсөн яңы өлкәләр» темаһы буйынса сығыш яһай.
10 декабрҙә сәғәт 3-тән «Хеҙмәт шарттарына махсус баһа» темаһы буйынса консультацияны «Хеҙмәтте ойоштороуҙың һәм иҡтисади анализдың проект-индереү үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Людмила Рахманғолова уҙғара.
17 декабрҙә сәғәт 3-тән «Советник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Гөлнара Батманова «Һалым һалыуҙы оптималләштереү: мөмкинлектәр һәм хәүефтәр» темаһы буйынса консультация үткәрә.
Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, консультациялар Өфө, Индустриаль шоссе, 44/1, 6-сы павильон, 6-22-се бүлмә адресы буйынса уҙғарыла.
Алдан теркәлеү өсөн телефондар: (347) 264-62-90, 243-38-37. Электрон почта:
aoprb@mail.ru
.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән