Мөмкин булған сеймал сығанаҡтары тип, ошоға тиклем “БСК”-ға республика Хөкүмәте Ғүмәр ятҡылыҡтарын һәм башҡа йыраҡтараҡ ятҡан сығанаҡтарҙы тәҡдим иткәйне. Тик компания уларҙы ҡабул итмәне. Торатау улар өсөн иң ҡулайлыһы ине. Беренсенән, ҡалаға яҡын урынлашҡан. Икенсенән, эзбизташтың химик составы “Сода” асыҡ акционерҙар йәмғиәте талаптарына тулыһынса яуап бирә. Әммә был идеяға ғалимдар, биологтар, археологтар, экологтар һәм киң йәмәғәтселек ҡырҡа ҡаршы сыҡты.
Әлеге ваҡытта “Башҡортостан сода компанияһы” Шахтауҙы эшкәртә. Бөгөн тау тулыһынса тиерлек соҡолған. Компания белгестәре белдереүенсә, сеймал тағы дүрт йылға етә. Ә киң мәғлүмәт саралары быға тиклем Ҡуштауҙың сеймалы 50 йылға етәсәк тип яҙып сыҡҡайны.