Ошо көндәрҙә Мораҙым ауылында «Урман әкиәте» турбазаһында тау саңғыһы үҙәген төҙөү проекты өҫтөнлөклө инвестиция проекты исемлегенә индерелде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығында.
Инвестор һалым льготаларына һәм төҙөлөшкә рөхсәт алыуҙа, юлдар һәм газ үткәргес төҙөгәндә бюджет ярҙамына дәғүә итә.
Бөгөнгә «ТриОникс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡараған «Урман әкиәте» турбазаһы 300 койка-урынға иҫәпләнгән, тюбинг трассаһы бар. Тау саңғыһы үҙәге асылһа (план буйынса 2022 йылға тиклем төҙөлөргә тейеш), бында 140 яңы эш урыны барлыҡҡа килә.
«Коммерсант-Өфө» баҫмаһы мәғлүмәттәре буйынса, «ТриОникс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2009 йылда Күгәрсен районының Мораҡ ауылында ойошторолған, төҙөлөш менән шөғөлләнә. Компания эшҡыуар Марат Ибәтуллиндыҡы, ул шулай уҡ 100% — «Баҡалы ауыл хужалығы баҙары», «Стройиндустрия», «Башкомплект» йәмғиәттәренә, 50% «Күмертау асфальт завод»ына хужа.