Дим буйҙары
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
19 Декабрь 2018, 14:32

Ауыл халҡы өсөн льготалы программалар

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» программаһы буйынса льготалар алыу шарттарының үҙгәреүенә аңлатма бирҙеләр.

2019 йылда субсидиялар биреүҙең яңы ҡағиҙәләре үҙ көсөнә инә, шул иҫәптән торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға. Уға ғариза биргән көнгә бер йылдан ашыу өҙлөкһөҙ ауыл ерендә эшләгәндәр генә иҫәп тота ала.

Программа сараларын урындағы ҡаҙнанан берлектә финанслау федераль һәм республика бюджеты бүлгән субсидияның 5% кәм булмаҫҡа тейеш.

«Йәш белгес» төшөнсәһенә аңлатма бирелгән — ғариза яҙған мәлгә 35 йәше тулмаған, ул дипломда күрһәтелгән квалификацияһына ярашлы эшләргә тейеш. Тормош иптәшенең йәше күрһәтелмәй.

«2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү» федераль программаһында ҡатнашыусылар ҙа бала тыуғанда йәки уны тәрбиәгә алғанда өҫтәмә социаль түләүгә иҫәп тота ала.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы ике йылда республика «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» программаһын тормошҡа ашырыуға 6 миллиард һумдан ашыу алған: 1,8-е – федераль ҡаҙнанан, 2,2-һе – республиканыҡынан, 2 миллиарды – урындағы бюджеттарҙан һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан.
Читайте нас в