Киләһе йылда Башҡортостан бюджетының килеме — 175, 6 миллиард һум (тәүге уҡыу менән сағыштырғанда 3,4 миллиард һумға күберәк), сығымы 195,6 миллиард тәшкил итәсәк. Дефицит — 20 миллиард һум, уны элекке йылдарҙа тупланған һәм үҙләштерелгән аҡса иҫәбенә ҡаплау күҙаллана.
2020 һәм 2021 йылдарға бюджет параметрҙары үҙгәрмәй һәм түбәндәгесә тәшкил итә: килем — 167,5 миллиард һум һәм 174,3 миллиард һум, сығым — 187,5 миллиард һум һәм 187,3 миллиард һум.
Бюджет сығымы структураһында барлыҡ социаль проекттар һаҡланған һәм ярайһы уҡ киңәйтелгән. Бюджет сығымының өстән ике өлөшө тиерлек социаль өлкәне финанслауға йүнәлтелә. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға өҫтөнлөк бирелә. Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреүгә сығым күләме арттырылған.
2019 йылда милли иҡтисадҡа һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа 45 миллиард һум, дөйөм дәүләт мәсьәләләренә — 11,4, бюджет-ара трансферттарға — 9,4, милли хәүефһеҙлеккә һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенә 1 миллиард һум йүнәлтеү күҙаллана.