Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
26 Декабрь 2018, 01:07
Роботтар эшләй торған ферма буласаҡ!
Радий Хәбиров үткәргән сираттағы "Инвестиция сәғәте"ндә Әбйәлил районының " Красная Башкирия" хуҗалығында төҙөләсәк үҙенсәлекле ферма менән таныштырҙылар.
Хужалыҡ етәксеһе Раил Фәхрисламов әлеге ваҡытта бында тенттан ике һыйыр аҙбары төҙөлөүе, унда 12 һыйыр һауыу роботы ҡуйыласағы тураһында һөйләне.
Инвестиция проекты буйынса тоҡомло 800 тана һатып алынасаҡ.
Заманса фермала йылына 7,2 мең тонна һөт һауып алырға мөмкин буласаҡ. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 478,8 миллион һумға етәсәк.
Ҡул көсө ҡулланмайынса, роботтар ярҙамында етештерелгән һөт продукцияһы таҙалығы менән айырылып торасаҡ, тип белдерҙе Раил Фәхрисламов һәм республика етәксеһен киләһе йылда цистернанан һөт тәмләп ҡарарға саҡырҙы.
- Ун йыл буйына Мәскәүҙәге һөттө эскәндлән һуң, мине бер нимә лә ҡурҡытмай инде, - тиде Радий Фәрит улы, саҡырыуҙы ҡабул итеп.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"