Ил Президенты Владимир Путин “Рәсәй Федерацияһында электр энергияһын иҫәпкә алыу системаһын үҫтереүгә бәйле рәүештә Рәсәйсия Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү” тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Ул Энергетика министрлығы тарафынан эшләнде, интеллектуаль приборҙар һәм электр энергияһын иҫәпкә алыу системаларына берҙәм талаптар билдәләй. Президент ҡул ҡуйған документ хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми интернет-порталында урынлаштырылған.
Закон нигеҙендә, 2020 йылдың 1 июленән ҡулланыусы иҫәпкә алыу приборын файҙаланыу, счетчиктың сафтан сығыуы тураһында кемгә лә булһа хәбәр итеү, яңыһын ҡуйыу бурыстарынан азат ителә. Шул уҡ ваҡытта ҡулланыусыла иҫәпкә алыу приборының төҙөклөгөн тәьмин итеү бурысы һаҡланып ҡала (әгәр ҙә прибор ҡулланыусы бинаһы эсендә булһа).
Министрлыҡ билдәләләп үтеүенсә, тармаҡ өсөн бындай ҡарар электр энергияһы тотоноуҙы һәм сығымдарҙы кәметеү, хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү, ҡулланыусыла электр энергияһы сифатын контролдә тотоу, шулай уҡ түләү тәртибен һәм ташламаларҙы ҡулланыуҙың маҡсатлылығын асыҡлау иҫәбенә сығымдарҙы кәметеү ҡоралы буласаҡ.
Рәсәй энергетика министры Александр Новак һүҙҙәренә ҡарағанда, электр энергияһын иҫәпкә алыуҙың интеллектуаль приборҙарын ҡулланыуға индереү дәүләткә энергия ағымын кәметкәндә йылына 70-80 миллиард һум аҡсаны янға ҡалдырырға мөмкинлек бирәсәк.
Элегерәк хәбәр ителгәнсә, ҡулланыусыларҙы шулай уҡ энергетика һәм коммуналь ресурстарҙы иҫәпкә алыу приборҙарына техник хеҙмәт күрһәтеү зарурлығынан да азат иткәндәр. Хәҙер был мәшәҡәттәр һыу, йылылыҡ, электр счетчиктарын һәм ҡулланыусылар йорттарында башҡа приборҙарҙы ҡуйыусы ойошмаларға йөкмәтелгән. Яуаплы кешеләр гарантия ваҡытын даими күҙәтеп торасаҡ, күрһәтмәләрҙең теүәллеген тикшерәсәк, етешһеҙлектәрҙе бөтөрәсәк, барлыҡ технологик һәм йәшәйеш циклы дауамында иҫәпкә алыу системаларын контролдә тотасаҡ.