Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
28 Ғинуар 2019, 16:48

Квитанцияларға өҫтәлмәләр

«Башэлектросбыт» түләү квитанцияһында яңы хеҙмәт — ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү барлыҡҡа килә.

Элек сүп-сарҙы йыйыштырған өсөн адарасы компаниялар, ҡағиҙә булараҡ, торлаҡ бинаны ҡарап тотоу өсөн түләүгә индергәйнеләр.Хәҙер ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу айырым коммуналь хеҙмәт булып һанала. Әгәр элегерәк сүп сығарған өсөн сумма ҡулланыусы граждандарға фатирҙың дөйөм майҙанынан сығып иҫәпләнгән булһа, хәҙер түләү фатирҙа йәшәүсе кеше һанына туранан-тура бәйле буласаҡ.

Был яңылыҡ «сүп реформаһы» сиктәрендә тормышҡа ашырыла: киләсәктә РФ Хөкүмәте ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм айырым йыйыу индерергә, тәбиғи сүплектәрҙе бөтөрөргә һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын күмеү күләмен кәметергә планлаштыра.

Төбәк операторҙар хеҙмәт күрһәтәсәк hәм йыйыштырыу өсөн иҫәп-хисаптарҙы башҡарасаҡ. Әлеге коммуналь хеҙмәт өсөн түләү күләме тарифтар буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт комитеты тарафынан билдәләнгән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу нормативтары hәм төбәк оператор хеҙмәте күрһәтеү хаҡы нигеҙендә билдәләнә.

«ЭСКБ» йәмғиәте Башҡортостандың өс төбәк операторы: «Эко-сити», «Экология-Т», «Дюртюлимелиоводстрой» йәмғиәттәре менән агент килешеүҙәре төҙөлдө.

Килешеү шарттары буйынса, төбәк операторҙары «ЭСКБ» йәмғиәте БР ҡулланыусы граждандар өсөн ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн түлeәүҙәр тураһында мәғлүмәт тапшыра. Шунан һуң әлеге сумма түләү квитанцияһының «Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыштырған өсөн» тигән яңы графала күрһәтелә. Бындай квитанцияны Башҡортостан ҡулланыусылары 2019 йылдың февралендә аласаҡ.

«Башэлектросбыт» клиент офистарында килешеү төҙөргә, хаҡты яңынан иҫәпләү өсөн документтар тапшырырға, ташламалар hәм субсидиялар алырға була.

Рәфис Ғилманов,

«Башҡортостандың энергетика һатыу компанияһы» йәмғиәтенең Көньяҡ-көнбайыш территориаль бүлексәһе Бәләбәй хеҙмәт күрһәтеү зонаһының Бишбүләк клиент офисы начальнигы.
Читайте нас: