Дим буйҙары
-3 °С
Облачно
ИҠТИСАД
28 Января 2019, 10:38

Пособиелар арта

Премьер Дмитрий Медведев 2019 йылда ҡайһы бер пособиеларҙы һәм компенсацияларҙы индексациялау күләмен раҫлаған ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Документ Министрҙар кабинеты сайтында баҫылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Ҡул ҡуйылған ҡарар менән Рәсәй Федерацияһының ике законында һәм туғыҙ федераль законда ҡаралған түләүҙәрҙе, пособиеларҙы һәм компенсацияларҙы индексациялау коэффициенты 1,043 күләмендә билдәләнде», — тиелә документҡа белешмә тексында.

Индексация ветерандарға, инвалидтарға, балалары булған граждандарға, шулай уҡ производствола бәхетһеҙ осраҡтарҙан һәм һөнәри ауырыуҙарҙан мотлаҡ социаль страховкалаған саҡта түләнгән түләүҙәргә, пособиеларға һәм компенсацияларға ҡағыла.
Читайте нас