Дим буйҙары
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
1 Февраль 2019, 13:57

Алкоголь етештереү артҡан

Былтыр Башҡортостанда 5 миллион декалитр самаһы алкоголь продукцияһы етештерелде. 2017 йылға ҡарағанда был 13% күберәк.

«Башспирт» һәм «Боска Рус» предприятиелары етештереү күләмен 14 һәм 10% арттырҙы, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетында.

Бынан тыш, «Эфес» акционерҙар йәмғиәтенең Өфө заводы һәм «Хейнекен» йәмғиәтенең «Шихан» филиалы бер йылда бөтәһе яҡынса 29 миллион декалитр һыра етештерҙе. 2017 йылға ҡарағанда был 3% күберәк.

Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, алкоголь продукцияһы һәм һыра етештереүҙән республика ҡаҙнаһына 9 миллиард һумлыҡ акциздар инде. Шуларҙың 6 миллиард һумы — һыра етештереүҙән һәм 2,7 миллиард һумы — акциздарҙы яңынан бүлеүҙән.

Бынан алда «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, уҙған йылда республикала 4,9 миллион декалитр алкоголь продукцияһы һатылды. 2017 йылға ҡарағанда был 9% күберәк. Һатылған алкоголдең яртыһы республика етештереүселәре продукцияһына тура килде.

Алкоголь төрҙәре буйынса һатыу структураһында ғәҙәттәгесә араҡы өҫтөнлөк итә (47,6%).

Икенсе урында — шарап (33,7%), артабан — ликер-араҡы изделиелары (8,6%) һәм шампан шарабы (5,7%).

Башҡортостанда йәшәүселәр коньяк һәм алкоголе аҙ булған продукцияны аҙыраҡ һатып ала — 4,2 һәм 0,2%