Дим буйҙары
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
9 Февраль 2019, 15:49
Автомобилдәрҙең күбеһе кредитҡа алынған
Кредиттар тарихының милли бюроһы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2018 йылда Башҡортостанда йәшәүселәр автомобиль һатып алыу өсөн 24 миллиард 46 миллион һум аҡса алған
Автокредиттарҙың күләме 2017 йыл менән сағыштырғанда (19 миллиард 720 миллион һум) 22% артҡан. Был күрһәткес менән республика ҙур суммалағы автокредиттары булған биш төбәк иҫәбендә ҡала.
Мәскәү (69 миллиард һумдан ашыу), Санкт-Петербург (46 миллиард), Мәскәү өлкәһе (44,5 миллиард), Татарстан (26,8 миллиард) Башҡортостанды уҙып китте.
Дөйөм алғанда, былтыр автокредитлау баҙары 602 миллиард һум ине — 2017 йыл менән сағыштырғанда (500 миллиард) 20% күберәк. Рейтинг Кредиттар тарихының милли бюроһына мәғлүмәттәр тапшырған 4200 кредитор мәғлүмәтенә таянып төҙөлгән.
Бюро мәғлүмәттәренә ярашлы, кредит машиналарының өлөшө һатылған автомобилдәрҙең дөйөм һанынан 50% ашыу тәшкил итә.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
16 Сентябрь 2025, 21:45
Дүсән ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам итә
МХО-лағыларға ярҙам
16 Сентябрь 2025, 19:10
"Барығыҙға ла ярҙам итербеҙ»
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"