Дим буйҙары
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
27 Февраль 2019, 17:25

Торлаҡ төҙөргә теләһәң...

Башҡортостанда хәҙер теләгән һәр кем торлаҡ төҙөүгә аҡса туплау программаһы ярҙамында йылына 6% менән ипотека алыу мөмкинлегенә эйә, тип хәбәр иттеләр республика Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.

Ведомствола аңлатыуҙарынса, «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Ипотека» федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында республика хөкүмәте ҡарары менән торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау программаһына үҙгәрештәр индерелде. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, 2019 йылдың 1 мартынан ҡатнашыусылар өсөн сикләүҙәр алынды.

Быға тиклем торлаҡ төҙөү аҡса туплау программаһында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандар, шулай уҡ балалы ғаиләләр һәм 35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләр генә ҡатнаша ала ине.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 2014 йылдан торлаҡ төҙөү өсөн аҡса йыйыу системаһын индереү проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. 2017 йылдың уртаһынан ошо ипотека-туплау программаһының тәүге ҡатнашыусылары льготалы процент ставкаһы буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға кредит ала башланы. Әлеге ваҡытҡа 1300-ҙән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.

Программа шарттары буйынса, граждандар партнер банктарҙың береһендә (Һаҡлыҡ банкы, Уралсиб) 3-6 йылға вклад асалар. Ҡатнашыусының айлыҡ взносына республика бюджетынан взностың суммаһынан 30% тиклем күләмдә премия күсерелә. Бюджет премияһын иҫәпкә алып, вклад буйынса һөҙөмтәле процент ставкаһы йылына 20% етергә һәм юғарыраҡ булырға мөмкин. Был уртаса һәм уртасанан кәмерәк килем алған ғаиләләргә буласаҡ торлаҡ кредиты өсөн тәүге иғәнә йыйырға мөмкинлек бирә.

Аҡса йыйыу осоро тамамланғас, программала ҡатнашыусылар йылына 6-7% менән ипотека алыу мөмкинлегенә эйә була.

«Программа ярҙамында республика биләмәһендә фатир йәки башҡа торлаҡ һатып алырға, шулай уҡ йорт һалырға йәки шәхси торлаҡ өсөн ер участкаһы алырға мөмкин. Бынан тыш, аҡса бынан алда алынған ипотеканы ҡаплауға йүнәлтелергә мөмкин», — тип билдәләне Башҡортостандың Ипотека-туплау механизмдарын һәм программаларын үҫтереү дирекцияһы етәксеһе Евгений Декатов.

Башинфом.