Статистика мәғлүмәттәре буйынса, төбәк иҡтисадында мәшғүлдәр составында ҡатын-ҡыҙҙарҙың өлөшө — 47%. Уртаса йәше – 40. Улар араһында юғары белемлеләр — 36% самаһы (ир-егеттәр – 23%), урта һөнәри белемлеләр — 49% (ир-егеттәр – 58%).
Ҡатын-ҡыҙҙар иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәрендә лә тиерлек ҡатнаша. Гүзәл зат хеҙмәте мәғариф (86%), һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәттәр (85%) өлкәһендә, сауҙала, ҡунаҡханаларҙа һәм дөйөм туҡланыуҙа (68%) өҫтөнлөк итә.
Студенттарҙың да күпселек өлөшө ҡатын-ҡыҙҙар: юғары уҡыу йорттарында ҡыҙҙарҙың һаны — 55%, урта махсус уҡыу йорттарында — 43%. Әле республикала аспиранттарҙың дөйөм һаны 1543 тәшкил итә, уларҙың 752-һе — (48%) ҡатын-ҡыҙҙар.
2018 йылда республикала 2,2 миллион ҡатын-ҡыҙ йәшәгән — бөтә халыҡтың 53%. Төбәктә йәмғеһе 4 миллион 51 мең кеше көн күрә.