Дим буйҙары
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
6 Март 2019, 14:54

«Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсы

Республикала «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы — «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсы башланды.

Үҙҙәренең эшенә объектив баһа алырға теләгән ойошмалар һәм эшҡыуарҙар 1 апрелгә тиклем ҡатнашыуға ғариза һәм кәрәкле конкурс материалдарын тапшырырға тейеш.

«Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсына үҙеңдең продукцияңды ла, төрлө хеҙмәттәрҙе лә тәҡдим итергә мөмкин. Төп талаптар — сифат, хәүефһеҙлек, норматив документтарға тап килеү һәм баҙар ихтыяжы», — тип билдәләне Башҡортостандың Стандартлаштырыу һәм метрология үҙәгенең матбуғат секретары Айгөл Шәкүрова.

Уның һүҙҙәренсә, ошо конкурс барышында менеджменттың заманса алымдарын индергән предприятиелар өсөн «Иң яҡшы сифат менеджменты» һәм «Сифат буйынса иң яҡшы менеджер» конкурстары ла уҙғарыла. Төбәк этабын уңышлы үткәндәрҙең «үҙҙәрен федераль кимәлдә күрһәтеү мөмкинлеге бар», тип асыҡлыҡ индерҙе Стандартлаштырыу һәм метрология үҙәге вәкиле.

Башҡортостан «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» программаһында алдынғы урындарҙы биләй. Ошо 21 йыл эсендә республика предприятиелары төбәк һәм федераль этаптарҙа тауарҙарҙың һәм хеҙмәттәрҙең 3,5 меңдән ашыу төрөн күрһәтте.

Уҙған йылда Башҡортостандың 42 предлприятиеһы «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» программаһы дипломдары менән бүләкләнде.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте республиканың Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге сайтында алырға мөмкин.

"Башинформ".
Читайте нас в