Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
14 Март 2019, 12:39

"Ар ташы" һатыла

Башҡортостандың Белорет районындағы «Ар ташы» ял базаһы һатыуға ҡуйылған. «Юла» сайтында иғлан бирелгән. Мәғлүмәткә ярашлы, актив 100 миллион һумға баһалана.

«Ерҙең дөйөм майҙаны — 110 850 квадрат метр. Торлаҡ корпусының дөйөм майҙаны 1397 квадрат метр тәшкил итә (95 номер). Коттедждар майҙаны —1121 квадрат метр (38 номер). Урындар һаны — 214, төҙөлөш һәм номер фондын арттырыу өсөн мөмкинлектәр етерлек», — тип ял базаһының ошо һәм башҡа үҙенсәлектәре тураһында яҙған һатыусы.

Шулай уҡ бизнесты һатыу сәбәптәре күрһәтелгән. Эшҡыуар үҙенең төп эшмәкәрлегенең башҡа тармаҡҡа бәйле булыуына һәм объектты үҫтерергә ваҡыты ҡалмауына һылтанған.

«Һатыуҙан тыш, ял базаһына берлектә идара итеүҙә һәм уны үҫтереүҙә өлөшләтә ҡатнашыу варианттарын да ҡарарға әҙермен», — тип билдәләнә иғланда.

Kartoteka.ru мәғлүмәттәре буйынса, әлеге көндә «Ар ташы» ял базаһына эшҡыуар Александр Работяев хужа.

"Башинформ".
Читайте нас: