Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
14 Март 2019, 19:50

Етем балалар финанс ярҙам ала

Башҡортостанда опекун ғаиләләрендә тәрбиәләнгән өлкән класс уҡыусылары финанс яҡтан яҡлана.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, «Опекундарға (попечителдәргә) баланы ҡарауға аҡса түләү тәртибе һәм күләме тураһында» республика законының 6-сы статьяһына үҙгәрештәр индереп, опекундарҙың етем балалар мәктәпте тамамлағанға тиклем пособие алыуға хоҡуғын нығытҡан тейешле закон ҡабул итте.

«Закон етем балалар тәрбиәләнгән ғаиләләргә ҡарата социаль ғәҙеллек билдәләй, – тине республика парламенты спикеры Константин Толкачев. – Һүҙ, атап әйткәндә, ошондай ғаиләләргә ай һайын түләнергә тейешле аҡса тураһында бара. Әлеге ваҡытта ғәмәлдә булған ҡануниәткә ярашлы, әгәр 18 йәше тулған бала мәктәптә уҡый икән, был аҡса ағымдағы уҡыу йылы тамамланғансы түләнә. Ләкин етем балаларҙың унынсы класта уҡығанда уҡ бәлиғ булыу осраҡтары бар, өҫтәүенә хәҙер мәктәптә белем биреү 10 йыл урынына 11 йыл дауам итә. Шуға ярашлы, бала ун беренсе класҡа еткәс, бындай ғаиләләр пособиеға хоҡуғын юғалта. Яңы закондың көсөнә инеүе ошо ғәҙелһеҙлекте бөтөрөргә тейеш. Аҡса бала мәктәпте тамамлағансы түләнә».

Депутаттар ҡабул иткән законға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған һәм ул рәсми баҫылып сыҡҡан. Закон 18 марттан үҙ көсөнә инә.

Константин Толкачев билдәләүенсә, опекундарға һәм попечителдәргә аҡса ғариза яҙыу тәртибендә бирелә. Түләүҙең суммаһы даими индексациялана. Әлеге ваҡытта ул, район коэффициентын иҫәпкә алып, өс йәшкәсә балаға 6 350 һум һәм өс йәштән өлкән балаға 6 106 һум күләмендә билдәләнгән.
Читайте нас: