Был хаҡтар - 2017 йыл аҙағына. Тәбиғәт ресурстары министрлығы шулай уҡ коксландырыусы күмер (яөынса 2 триллион һум), тимер рудаһының (808 миллиард һум), алмаздарҙың (505 миллиард һум) һәм алтын (480 миллиард һум) запастарын да баһалаған.
Барлыҡ минераль һәм энергетика ресурстарының дөйөм хаҡы 55,2 триллион һум тәшкил итә.
27 февралдә энергетика министры Александр Новак илдә нефть һәм газ запастарын баһаланы. Уның фараздары буйынса, Рәсәйҙә нефть запастары яҡынса - 30 йылға, ә газ 100 йылдан артыҡҡа етәсәк. Хәҙерге ваҡытта В һәм С категорияларындағы нефть запастары 29 миллиард тонна тәшкил итә.