Дим буйҙары
+10 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
22 Марта 2019, 14:03
Чиновниктарҙың уртаса эш хаҡы ике тапҡырға тиҙерәк артҡан
Башҡортостанда чиновниктарҙың уртаса хеҙмәт хаҡы 2018 йылда 57 099 һм тәшкил иткән. Муниципалитеттарҙа саҡ ҡына аҙыраҡ — 42 429 һум. Ошо уҡ ваҡытта республикала халыҡтың уртаса эш хаҡы 38 637 һум булған.
Һуңғы йылда башҡарма власть органдары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы халыҡтыҡына ҡарағанда ике тапҡырға тиҙерәк артҡан. Дәүләт хеҙмәткәрҙәре — 20,5%, урындағы үҙидара чиновниктары — 23,6%, ә ябай граждандар 11,1% күберәк ала башлаған.
Федераль башҡарма власть органдарының төбәк идаралығы хеҙмәткәрҙәре [республиканың Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт, Роспотребнадзор һәм башҡалар — ред. иҫкәрмәһе] уртаса 43 821 һум ала. Был 2017 йылға ҡарағанда 14,8% күберәк.
Шулай уҡ статистар былтыр Башҡортостандың барлыҡ органдарында һәм ойошмаларында штаттың тулы булмауы күҙәтелгән. Атап әйткәндә, республика хөкүмәте һәм башҡа башҡарма власть органдарында — 3701 кеше (94%), территориаль идаралыҡтарҙа — 8081 (92,7%), муниципаль берәмектәрҙә 7 422 хеҙмәткәр (97,4%) иҫәпләнгән.
Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда Рәсәйҙең төбәк кимәлендәге дәүләт органдарында дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте вазифаһында — 691,8 мең, ә муниципаль хеҙмәт вазифаларында 299,8 мең кеше эшләгән.
Башинформ.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"