Дим буйҙары
+24 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
26 Марта 2019, 07:33
Апрелдә «Йәшел Башҡортостан» акцияһы старт ала
«Йәшел Башҡортостан» акцияһында — 27 апрелдә әүҙемселәр 60 урман участкаһында 1 миллион сәсмәлек ултырта.
Инвентарь, ағас үҫентеһе һәм сәсмәлектәрҙе урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре урында үҙҙәре бирә, ирекмәндәрҙе ағасты нисек дөрөҫ ултыртырға өйрәтә.
Урманды тергеҙеү айлығы 20 апрелдән 20 майға тиклем дауам итә. Ошо ваҡыт эсендә 30 миллион үҫенте: 23,5 миллион — ҡарағай, 4,5 миллион — шыршы, 1,5 миллион — ҡайын, дардар, йүкә, пирамидаль тирәк ултыртыу күҙаллана.
Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың вице-премьеры — ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.
"Башинформ".
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
10 Июля , 08:04
Ауыл фельдшеры – халыҡ терәге
Общие статьи
9 Июля , 15:30
Урамдарға тротуар һалына, асфальт түшәлә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"