Дим буйҙары
0 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
26 Марта 2019, 19:25
Республика клиник дауаханаһың яңы корпусы төҙөлә
«Төҙөлөш сәғәте» кәңәшмәһендә Өфөлә Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы консультация поликлиникаһының яңы корпусын төҙөү проекты менән таныштырҙылар.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин әлеге бинаның 1960 йылдарҙа һалыныуын, ул саҡта унда ятаҡ булыуын билдәләне. Көн һайын 75 табип ҡабул итә, уларға 1200-ҙән ашыу пациент килә.
«Бина ныҡ иҫкергән, заманса санитар-эпидемилогик талаптарға тап килмәй, пациенттар өсөн лифттар юҡ. Сменаһына 1500 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән яңы корпус төҙөргә кәрәк», — тине Забелин.
Бинаның проекты килешелгән. Төҙөлөш 2,1 миллиард һумға төшә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ағымдағы йылда поликлиниканың яңы корпусын һала башларға ҡушты. Ләкин төҙөлөш ваҡытында пациенттар ағымын бүлеү мәсьәләһен иҫәпкә алыуҙы һораны, сөнки бында тотош республика халҡы хеҙмәтләндерелә.
"Башинформ'
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"