Дим буйҙары
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
1 Апрель 2019, 21:26

Республикала һөт кухняларын тергеҙәләр

Өфөләге һөт кухняларының эш тәжрибәһе Башҡортостандың башҡа ҡалаларына таратыла. Әле республикала 3 йәшкәсә 150 меңдән ашыу бала йәшәй. Улар экологик яҡтан таҙа һәм файҙалы һөт ризыҡтарына мохтаж.

Өфөлә һөт кухняһы продукцияһына һорау бар. Ҡала бюджетының уның тотоу өсөн сығымы яҡынса 19 миллион һум тәшкил итә. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе тәьмин итеүҙән тыш, һөт кухняһы продукцияһы ирекле һатыуҙа ла бар. Уҙған йылда Диеталы һәм балалар туҡланыуы үҙәгенең һөт аҙыҡтарын һатыуҙан тауар әйләнеше 51 миллион һум тәшкил иткән.

1 июлдә Стәрлетамаҡта ла һөт фабрика-кухняһы эшләй башлай. Производство заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған өс етештереү цехын үҙ эсенә ала.

Тәүлегенә 5 тоннаға тиклем һөт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә һөт фабрика-кухняһы 15 төр тәбиғи ризыҡ, айына 1,5 миллиондан ашыу порция сығарырға тейеш. Шул рәүешле аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге өс йәшкәсә 1 400 самаһы сабыйҙы һәм коммерция нигеҙендә 11 меңдән күберәк баланы һөт ризыҡтары менән тәьмин итеү күҙаллана. Проектҡа Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай һәм Мәләүез ҡалалары ла инә. Уны тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан бюджетынан 19 миллион һум бүленгән. Аҡса ҡорамалдар, продукцияны ташыу өсөн транспорт һатып алыуға, капиталь ремонт үткәреүгә йүнәлтелгән.

Башҡортостан Башлығының эштәр идарасыһы кәңәшсеһе Алексей Гусев хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә киләсәктә Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Сибайҙа һәм Белоретта ошондай кухнялар асырға ниәтләүҙәрен белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы һөт кухняларын баҙарға сығарыу сараларын өйрәнергә ҡушты. Шулай уҡ әсәләргә заказ биргән һөт аҙыҡтарын биреү пункттарынан ваҡытында барып алыу мөмкинлеге булһын өсөн уңайлы бүлеү системаһын да булдырырға кәрәк.

Башинформ.
Читайте нас в