Дим буйҙары
+20 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
9 Апреля 2019, 10:53
“Төп аграр төбәктәрҙең береһе инек...”
Башҡортостандағы ауыл хужалығы тармағында икенсе йыл инде етештереү күрһәткестәре түбәнәйә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.
Башҡортостандағы ауыл хужалығы тармағында икенсе йыл инде етештереү күрһәткестәре түбәнәйә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.
– Беҙ һәр саҡ илдәге төп аграр төбәктәрҙең береһе булдыҡ. Агросәнәғәт комплексы беҙҙең өсөн иң мөһим өҫтөнлөктәрҙең береһен тәшкил итә. Аңлашыла, һауа шарттары ябай булманы. Ләкин бүтән төбәктәр ҙә ҡоролоҡто үткәрҙе. Ауыл хужалығы министрлығынан, Хөкүмәттән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы агросәнәғәт комплексы комитеты менән берлектә тәүге ярты йыллыҡта етештереүҙең кәмеү сәбәбен өйрәнеп, тармаҡта хәлде яйға һалыу буйынса тәҡдимдәр индереүҙе һорайым, – тине ул.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, мәсьәләне хәл итеүҙә бөтөнләй башҡа тиҙлек кәрәк. Ул шулай уҡ агросәнәғәт комплексы тауарҙары экспортын 91 миллион долларға еткереү бурысын ҡуйҙы. Төбәк етәксеһе ауыл хужалығы предприятиеларын күрәләтә бөлгөнлөккә төшөрөүгә юл ҡуймаҫҡа ҡушты.
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"