Дим буйҙары
0 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
9 Апреля 2019, 11:05
Торлаҡ төҙөлөшө үҫә
Башҡортостанда торлаҡ файҙаланыугға тапшырыу уҙған йылда 7 процентҡа кәмегән һәм 2,3 миллион квадрат метр тәшкил иткән. Был хаҡта бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышы сығышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡаыусы Радий Хәбиров белдерҙе.
Добавить в предпочтительные источники Google
-2024 йылға торлаҡ төҙөү күләмен 1,6 тапҡыр арттырыу бурысы тора, - тине Радий Фәрит улы. - Шул уҡ ваҡытта, күп фатирлы 90 йорт 13 төҙөлөш компанияһы банкротлығы арҡаһында проблемалы тип табылды. Бынан 7 меңдән артыҡ граждан зыян күргән.
"Мәсьәләне хәл итеү өсөн «Төҙөлөш сәғәте» форматында кәңәшмәләр индереле, уларҙа өлөшсөләрҙең инициатив төркөмдәре ҡатнаша. Уҙған йылда проблемалы 19 йорт төҙөлөп бөттө. Был 900-ҙән ашыу кешене урынлаштырырға мөмкинлек бирҙе. Быйыл тағын проблемалы 51 йортто сафҡа индерергә һәм 3 меңдән ашыу гражданға, ниһайәт, яңы торлаҡҡа күсергә ярҙам итергә планлаштырабыҙ," - тине Радий Хәбиров.
"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас
вк
Редакция һайлауы
МӘҘӘНИӘТ
30 Сентября , 18:29
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Общие статьи
30 Сентября , 06:06
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"