Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
10 Апрель 2019, 17:07

Рәсәйҙәр яҡшы йәшәйме?

Рәсәйҙәргә айына уртаса 66 мең һум самаһы эш хаҡы алырға кәрәк – лайыҡлы тормош өсөн шул етә. Мәскәүҙәргә бының өсөн 100 мең тирәһе, ә Санкт-Петербургта йәшәүселәргә 91 мең кәрәк.

Граждандарға «Лайыҡлы йәшәү өсөн һеҙҙең ҡалала кеше күпме эш хаҡы алырға тейеш?» тигән һорау бирелгән.

«Петербургта һәм Мәскәүҙә генә түгел, баш ҡалаға яҡын урынлашҡан Химки, Балашиха һәм Подольск ҡалаларында ла теләгән хеҙмәт хаҡының иң юғары уртаса күрһәткестәре билдәләнгән. Барнаулда һәм Якутскиҙа йәшәүселәр айына — 55 мең, Улан-Удела — 54 мең, Читала 50 мең һумға риза», — тип асыҡлыҡ индерҙе Финанс университеты проректоры Алексей Зубец.

Тикшеренеү барышында йәшәү сифаты стандартын тәшкил иткән төп уңайлыҡтар йыйылмаһы билдәләнгән. Улар — шәхси йорттоң йәки машинаның булыуы, сифатлы дауа һәм белем алыу мөмкинлеге, яҡшы туҡланыу, шул иҫәптән кафеларҙа һәм ресторандарҙа, спорт йәки яратҡан эш менән шөғөлләнеү, театрға, күргәҙмәгә йөрөү, ҡыҙыҡлы эш, сәйәхәт итеү.

Ҙур һәм урта ҡалаларҙа йәшәгән рәсәйҙәрҙең 24% килемдең лайыҡлы кимәленә өлгәшеүен билдәләй, 19% алдағы биш йылда шуға яҡынлашырға ниәтләй, 48% бер ҡасан да уға ирешмәүен хәбәр итә.

Мул тормошта йәшәүгә өлгәштек тип раҫлаған кешеләрҙең күпселеге Ҡазанда, Мәскәүҙә, Грозныйҙа, Махачкалала һәм Симферополдә билдәләнгән. Алдағы биш йылда килемдең лайыҡлы кимәленә өлгәшеренә ышанғандарҙың күбеһе Владивостокта, Хабаровскиҙа, Читала, Красноярскиҙа һәм Якутскиҙа йәшәй.
Читайте нас в