Дим буйҙары
+17 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
25 Апреля 2019, 14:09
14-се урындан – өсөнсөгә!
Башҡортостан энергетикаға, хоккейға, футболға бәйле сит илдәрҙә танылыу яуланы.
“Смыслография” аналитик агентлығы һәм Dow Jones компанияһы тарафынан 2018 йылға Рәсәй субъекттары өсөн үткәрелгән рейтинг тикшереүе күрһәткесе был. Башҡортостан унда Краснодар крайы менән берлектә өсөнсө урынды биләй. Әйткәндәй, был рейтингта республикабыҙ 2017 йылда 14-се баҫҡыста ине.
Юғары күрһәткестә тәү сиратта “Башнефть” компанияһының өлөшө ҙур. Сит илдәрҙең киң мәғлүмәт саралары шулай уҡ Fortum фин компанияһының республикала ҡояш батареялары һәм ел генераторҙары ҡуйыу буйынса проектына ҙур иғтибар биргән. Рейтингта юғары урын яулауға “Салауат Юлаев” хоккей командаһының яңылыҡтары, өҫтәүенә футбол ваҡиғалары, бигерәк тә “Өфө” менән “Глазго Рейнджерс”тың уйыны булышлыҡ иткән.
Рейтингта Татарстан – етенсе, Санкт-Петербург унынсы урында.
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"